Юлдары ла юлдары!..Гәзитебеҙҙең былтырғы йәй һандарының береһендә Йылайыр районының Шанский ауылы менән таныштырғанда, Кананикольск – Шанский юлының төҙөкләндерелә башлауы хаҡында яҙғайныҡ инде. Район үҙәгенән алыҫта ятҡан төпкөл ауылдарға юлдың булмауы халыҡ өсөн күптән баш бәләһенә әйләнгән. 60-сы йылдарҙа Кананикольск урман хужалығы һалған юл ваҡыт үтеү менән яраҡһыҙға әйләнә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 226 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халыҡ мәнфәғәте хаҡынаКисә Өфөлә Конгресс-холда Волга буйы федераль округының “Киләсәк” социаль форумы башланды. Ике көн барған йыйында өс йөҙҙән ашыу вәкил ҡатнаша. “Социаль педагогтар һәм социаль эшселәр союзы” ойошмаһы ошондай сараларҙы илдең бөтә федераль округтарында ла ойоштора.
Ком: 0 // Уҡынылар: 218 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләһәң – ҡабыҙаһың, теләһәң – һүндерәһеңҺуңғы йылдарҙа торлаҡ йорттарҙы йылытыу өсөн файҙаланылған тәбиғи газға, электр энергияһына хаҡтарҙың “тешләшеүе” күп фатирлы йорттарға йылылыҡ биргән үҙәкләштерелгән ҡаҙанлыҡтарҙы хеҙмәтләндереүгә тотонолған сығымдарҙың саманан тыш артыуына килтерҙе. Бында йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәт өсөн ваҡытында иҫәпләшергә теләмәүе лә бихисап проблемалар тыуҙыра. Ҡасандыр ҡасабаларҙа төҙөлгән ике ҡатлы фатирҙар яҙмышын хәл итеүҙең берҙән-бер һөҙөмтәле сараһы — был йорттарҙы айырым йылытыуға күсереү.
Ком: 0 // Уҡынылар: 195 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәттең тире әсе, емеше татлыРеспубликала үҙ һөнәренә тоғро ҡараған, яҡшы күрһәткестәргә, һөҙөмтәләргә ирешкән, тыуған иленә намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләргә ҙур иғтибар бүленә. Яңыраҡ Хөкүмәт йортонда 52 хеҙмәт алдынғыһына республика наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылыуы ошо хаҡта һөйләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 270 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зыян күргән ереңдән файҙа көтмәРәшит мәрхүм Назаров: “Осто йөрәк, осто йөрәк йондоҙҙарҙан бейегерәк”, – тип йөрәкһегәндә, көтәрәк үҙебеҙҙең космонавтар американдарҙың астронавтары, уларға эйәреп, ҡытайҙарҙың тайкунавтары, кемуҙарҙан Йыһанға күтәрелгәс, аҡыллы баштар, Айҙан да уҙып, Марсҡа юл һалырға ниәтләнгәс, кешелек әллә, тормош барлыҡҡа килгән төйәген ҡалдырып, сит тарафтарға китергә йыйынамы икән, тигән уй ирекһеҙҙән башҡа килә. Рухи остазыбыҙ Аҡмулла ла, ана, “Күҙ һалып ҡарағыҙсы һәр тарафҡа – /Донъяла асылғандай тимер ҡапҡа”, – тип дәртләндергән бит.
Ком: 0 // Уҡынылар: 212 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абай бул: иҫерек шофер!Автомобилгә иҫерек килеш идара иткән әҙәмдәрҙең юлда ҡот осҡос фажиғәләр яһауын әленән-әле ишетеп һәм күреп торабыҙ. Һуңғы йылдарҙа был енәйәт өсөн язаны ҡатыландырыу буйынса байтаҡ закондар ҙа ҡабул ителде, ләкин иҫерек шоферҙар, киреһенсә, арта ғына төштө. Беҙҙең халыҡ шулай үҙ-үҙенә дошманмы икән ни?
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Аҫыл бала эраһы” етәИлебеҙҙең алтмыш төбәгендә күҙәтелгән “демографик соҡор”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанды ла урап үтмәне.
Республикала һуңғы өс йылда яңы тыуған балалар һаны кәмегән, шулай 2015 йылда унан алдағы йылға ҡарағанда – 1211-гә, 2016-ла, 2015 йыл менән сағыштырғанда, 3400 сабыйға тыуым аҙыраҡ теркәлгән. Былтыр иһә был кире күрһәткес тағы ла үҫеп, 5000 сиген үтеп китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 229 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш ғаиләләр өсөн торлаҡ — иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә. Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе — ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа“Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы — йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бөйөк, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер”, — тип яҙған Сабир Шәрипов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Бөрйән районының Әтек ауылында йәшәүсе Алина Иҙрисова биш балаға ғүмер бүләк иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 149 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һоҡланырлыҡ һәм үрнәк алырлыҡКүп балалы ғаиләләр демографик көрсөк ваҡытында яҡлауға һәм иғтибарға лайыҡ. Бала күрмәгән өй — ҡош һайрауын ишетмәгән моңһоу урман, тигән бер яҙыусы. Береш ауылында йәшәгән Зинзиә һәм Сәлим Ямғурсиндарҙың өйө балалар тауышынан шау-гөр килеп тора, был йорт һәр ағас ботағында береһенән-береһе моңлораҡ ҡоштар һайраған ҡуйы урманды хәтерләтә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 203 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 3 4 5 6 7 8 9 10 11 ... 131 Алға
Бит башына