Граждандарҙың әүҙемлеген дәртләндереү, ҡала һәм ауылдарҙа йәшәгәндәрҙең йәмғиәт өсөн файҙалы тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыуға бар яҡлап булышлыҡ итеү – республика урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһының төп асылы. Башҡарылаһы эштәр туранан-тура финанс мәсьәләләренә бәйләнгәнлектән, объектты дөрөҫ һайлау, проект сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға халыҡтан аҡса йыйыу өсөн күрше-тирә, урындағы хакимиәт менән уртаҡ тел табыу алға сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 132 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ышанысты нығытыусы ыңғай ғәмәлБашҡортостанда бынан бер нисә ай элек үк Ғаилә министр­лығы ойоштороу хаҡында фекер­ҙәр яңғырағайны. Бының сәбәбе бик ябай, әммә үтә мөһим: илдәге демографик хәлде яҡшыртыу өсөн иғтибарҙы иң тәүҙә ғаилә, балалар проблемаларына, уларҙың килә­сәген хәстәрләүгә йүнәлтеү фарыз.
Ком: 0 // Уҡынылар: 118 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һау бул, йәй! Һаумы, мәктәп!Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция рәүе­шендә мәғариф системаһының яңы уҡыу йылына әҙерлек мәсьәләләренә арналған селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 171 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мин йәшәгән йортто кем төҙөгән?…Ерҙән 25 метр өҫтә баҫып торабыҙ, ел һыҙғыра. Йылдан-йыл күркәмләнә барған Стәрлетамаҡ ҡалаһы ус төбөндәгеләй генә күренә. Офоҡта байып барған ҡояш нурҙары был матурлыҡты тағы ла йәмләндереп ебәрә. Шул уҡ ваҡытта тән зымбырлай: бер аҙым ситкә баҫтыңмы, аяҡ аҫтында бушлыҡ. Хәүефле, мауыҡтырғыс, һоҡландырғыс… Кемгәлер, эйе, романтика, ә кемдер өсөн көндәлек эш фоны ғына. Ташсылар бригадаһы сираттағы ҡаттың кирбестәрен һала, башня краны цемент иҙмәһен саҡ ҡуйып килтереп еткереп өлгөрә, етеҙ егеттәр “һә” тигәнсә ташып бөтөрә. Ғөмүмән, төҙөлөш гөрләй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 142 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сермәндәге завод үҫеш юлындаКүп ерҙәрҙә иҡтисади ауырлыҡтар арҡаһында предприятиелар ябылып, эш урындары ҡыҫҡартылып ятҡан заманда, 2014 йылда Азат Риф улы Вилдановтың Белорет районының Сермән ауылында Урал спорт инвентары заводына нигеҙ һалыуы ошо төбәк тормошонда ҙур ваҡиға булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Белореттың майы ла, ҡорото ла тәмлеБелорет — урман-тауҙар иле, шуға ла ауыл хужалығын үҫтереү ауыр тиһәләр ҙә, гигант фермалары булмаған төбәктә ярты быуаттан ашыу тарихы булған Белорет май-сыр һәм консерва заводы уңышлы эшләп килә. Эйе, уңышлы тип бик ҡыйыу әйтә алабыҙ, сөнки ниндәй заман һәм иҡтисади ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ул тотороҡло үҫеш юлында. Бөгөн предприятиела 160-тан ашыу кеше эшләй һәм 60-тан ашыу һөт ризыҡтары етештереү ҡеүәтенә эйә. Һуңғы йылдарҙа комбинатта ҡорамалдар ҙа яңыртылған. Әлеге ваҡытта предприятиеның ҡеүәте ҙур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр милек теркәү үтергә тейешЯбай заманда йәшәмәйбеҙ, илдә ҡануниәт камиллаша, һәм беҙ ҙә уның талаптарын теүәл үтәргә бурыслыбыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, һуңғы йылдарҙа ер әйләнешен көйләгән ҡануниәттә лә ярайһы уҡ үҙгәрештәр күҙәтелә. Ябай кеше түгел, хатта йәштәр ҙә уның айышына төшөнөп етмәй, бәлки, теләмәйҙер ҙә. Әммә күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу һәм теүәл үтәү үҙеңде юридик яҡтан яҡлауға булышлыҡ иткәнен һәр кем аңларға тейеш.
Ком: 1 // Уҡынылар: 235 тапҡыр // Тотош уҡырға
Баҡсала йорт төҙөһәңУҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡала янында гөрләп торған баҡса участкалары, дачалар тормошо һүнеп ҡалды. Күптәр бына тигән йорттары булған баҡсаһын ташлап ҡуйҙы. Йәнә, ни генә тимә, заман, быуын үҙгәрә. Башлыса ауылдан килеп, тормошон ерһеҙ күҙ алдына килтерә алмаған быуын өлкәнәйгәс, йәш быуынға ерҙә соҡоноу буш шөғөл кеүек тойолдо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 72 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡағыҙмы, электронмы?..Йыл һайын республиканың эшләүсе граждандарына медицина ойошмалары тарафынан бер миллиондан ашыу эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бирелә, улар буйынса Социаль страховка фонды саралары иҫәбенән ете миллиард һумдан ашыу суммаға пособиелар түләнә. “Больничный”ҙы фәҡәт лицензиялары булған медицина ойошмалары, ә уларға эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы бланктарын, үҙ сиратында, Рәсәй Социаль страховка фонды бирә. Әйткәндәй, бланктарҙы баҫтырып сығарыу ҙа фонд иҫәбенә башҡарыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 100 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын электрон вариантта биреү ысулы йәмғиәттә нығынып китеү менән, граждандарҙың күпселеге тап шуға өҫтөнлөк бирәсәк.
Ком: 0 // Уҡынылар: 101 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 124 Алға
Бит башына