Быйыл ғинуар — февраль айҙарында 65 500 самаһы кеше, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һорап, Башҡортостандың мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иткән. Шуларҙың 16 300-ҙән ашыуы эш эҙләүгә ҡағыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығында.
Быйыл ғинуар — февралдә 10 400-ҙән ашыу кеше эшһеҙ тип теркәлгән. Ошо осорҙа республика хеҙмәт биржаһы ярҙамында һигеҙ мең самаһы кеше эш тапҡан.
1 600-ҙән ашыу эшһеҙ Башҡортостандағы мәшғүллек органдарының йүнәлтмә ҡағыҙы буйынса һөнәр алыуға ебәрелгән.

Ком: 0 // Уҡынылар: 38 тапҡыр // Тотош уҡырға