Главная > Социаль мәсьәлә, Белем һәм тәрбиә, Анонстар > Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, яңы мәктәп көтә һине!

Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, яңы мәктәп көтә һине!


11-10-2017, 00:15. Разместил: adminka
Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, яңы мәктәп көтә һине!Октябрҙең ҡояшлы сыуаҡ иртәһе Белем байрамын хәтерләткәндәй, сөнки тап бөгөн сентябрҙә мәктәп ишеген асып ингән балалар был шатлыҡлы хистәрҙе тағы бер тапҡыр кисерә. Кисә Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендә 161-се лицейҙы асыу тантанаһы үтте.


Мәктәп яны майҙан­сығының түрендә урын алған шат йөҙлө кескәй беренселәргә ҡарап республика Башлығы тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Рөстәм Хәми­товтың:
– Һеҙ бик яҡшы мәктәптә уҡыясаҡ­һығыҙ. Бында спорт залдары, ашхана, киң, яҡты бүлмәләр бар, белем алырға ла, саф һауала ял итеп, йүгереп алырға ла бөтә мөмкинлек­тәр булдырылған. Бөгөн Дим биҫтәһе ныҡлап үҫешә, яңы йорттар төҙөлә, йәшәү өсөн башҡа уңайлыҡтар тыуҙырыла. Шулай ҙа төҙөкләндереү өлкәһендә башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ: балалар баҡсалары, халыҡҡа ял итеү өсөн уңайлы майҙансыҡтар, автомобилдәргә туҡталҡа урындары етешмәй. Былар барыһы ла – киләсәктә эшләнәсәк эштәр.
Бөгөн иһә барығыҙҙы ла яңы мәктәп асылыу менән ҡотлайым, имен күк йөҙө, яҡты белемле юлдар, хәйерле көндәр теләйем, – тиеүе ҡул сабып алҡышланды.
Уның тәбрикләү һүҙҙәренә “СУ-10” төҙөлөш компанияһының генераль директоры Валерий Мансуров та ҡушылды. Директор Гөлнара Яма­ҙетдиноваға яңы мәктәптең асҡысы тапшырылды. Мәктәп тормошо бил­дә­һе – шарҙарҙан яһалған ҡыңғырау ҡояшлы күк йөҙөнә күтәрелде...
Тор, йыуын, тиҙерәк кейен, яңы мәктәп көтә һине!Республика инвестиция програм­маһы нигеҙендә төҙөлгән яңы учреждениеға 780 миллион һум аҡса тотонолған. 161-се лицей – 20 мең квадрат метр майҙандағы дүрт ҡатлы күркәм йорт. Проект буйынса 825 урынға иҫәпләнгән.
Лицейҙа белем алыу өсөн бөтә заманса уңайлы шарттар булды­рылған: 25 метр оҙонлоғондағы иркен бассейн, ике ҙур спорт залы һәм 504 урынға иҫәпләнгән тантаналар залы, лицей алдында футбол, волейбол, баскетбол майҙансыҡтары бар. Хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт, башланғыс класс уҡыусылары өсөн айырым инеү урыны ҡаралған. Лицей уҡыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡса­тында контроль һәм идара итеү системаһы ла булдырылған, уҡыу йортона инеү урынында махсус турникет урынлаштырылған, видеокү­ҙәтеү алып барыла. Янғын хәүеф­һеҙлеге системаһы ла эшләй.
Лицейҙа балалар V кластан алып төрлө йүнәлеш буйынса уҡыясаҡ. Мәҫәлән, химия, биология, лингвис­тика, кадет, инженерлыҡ йүнә­лештәре буласаҡ.
Тантаналы саранан һуң республика Башлығы, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Ирек Ялалов һәм башҡа ҡунаҡтар лицей менән танышты, мауыҡтырғыс математика һәм биология дәрестәрендә ҡат­нашты, шахмат менән шөғөлләнгән балаларҙың ярышын тамаша ҡылды, ашхана, бассейн, спорт залдарын ҡараны, уҡытыу­сылар һәм уҡыусылар менән аралашты.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғына түгел, байрам тантанаһына килгән ата-әсәләр ҙә бик ҡәнәғәт бөгөн. Ирек Хәбибуллин тантанаға ейәне Әмирҙе алып килгән.
– Өс ейәнем бар минең. Уларҙың береһе быйыл I класҡа барҙы. Әлбиттә, йәшәгән еребеҙҙән алыҫ түгел ошондай уҡыу йорто асылыуына бик шатбыҙ. Заманса шарттар булдырылған был лицей беҙгә бик оҡшай. Ейәнемдең ата-әсәһе лә улдарын ошо мәктәпкә бирергә теләне. Ул баштан уҡ менталь арифметика мәктәбендә шөғөлләнде, хәҙер лицейҙа ла был фәнде өйрәнәсәктәр, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.

Вернуться назад