“Сибай халҡына медицина ярҙамы йылдам күрһәтелергә тейеш”17.01.2019
“Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙағы хәлде тикшереүҙән башланы.

Уның әйтеүенсә, бер айҙан ашыу насар экологик шарттарҙа йәшәгән ҡала халҡы табиптар яғынан махсус иғтибарҙы тойорға тейеш. Әле Сибайҙа булған һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева өлкәндәр араһында сирлеләрҙең артмауын, әммә балалар хеҙмәтенә мөрәжәғәттәрҙең байтаҡ булыуын билдәләне. Ҡалала Өфөнән килгән юғары квалификациялы 15 табип ингән төркөм эшләй башланы. Улар тарафынан 353 кеше ҡабул ителгән дә инде.

Төбәк етәксеһе Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшинға 21 ғинуарҙан Сибайҙа медицина учреждениеһының бер төркөм табиптары эшен ойошторорға ҡушты. Улар БДМУ ебәргән биш педиатр менән берлектә балаларға медицина ярҙамы күрһәтергә тейеш.

– Сибай халҡына йылдам квалификациялы ярҙам күрһәтелергә, кәрәкле белгестәр етерлек күләмдә йәлеп ителергә, табипҡа сират булмаҫҡа тейеш, – тине Радий Хәбиров.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика