Ишле ғаилә ҙурыраҡ ярҙамға мохтаж11.03.2019
Бөгөн баш ҡалала “Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау: күп балалы ғаилә – милли идея” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Уны Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева алып барҙы.

Һөйләшеүгә күп балалы әсәләр, республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре саҡырылғайны. Бынан тыш, сарала бер нисә ишле ғаилә башлығы ла ҡатнашты. Күтәрелгән мәсьәләләрҙең барыһы ла тиерлек күп балалыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә, уларҙың матди хәлен яҡшыртыуға арналды.

Мәҫәлән, ташламалы фатир, бушлай ер участкалары алыуға сират ваҡытын ҡыҫҡартыу, транспорт, ер һәм мөлкәт һалымдарын кәметеү. Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам төрҙәре, Әсәлек капиталын файҙаланыу мөмкинлектәрен киңәйтеү, спорт секцияларына йөрөү өсөн бушлай костюмдар биреү һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.

– Күп балалы ғаилә милли идея булырға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең илдә уларҙың күпселегенең матди хәле яҡшынан түгел. Дәүләт тарафынан күп балалыларға ҙурыраҡ ярҙам күрһәтелергә тейеш, – тине Светлана Чупшева.

Ул барлыҡ һорау-тәҡдимдәрҙе яҙып алды һәм ил етәкселегенә еткерергә һүҙ бирҙе.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика