Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында ХV шахмат фестивале булып үтте
1998 йылда Ҡауарҙы ауылының бер төркөм зыялылары ауылда шахмат фестивале үткәрергә ҡарар итә. Ниәт иткән — мораҙына еткән, тиҙәр. Шул йылда шахмат фестивале ойошторолоп, унда өс — Ҡауарҙы, Красноусол һәм район йыйылма командалары ҡатнаша һәм хужалар беренсе, Красноусол — икенсе, район йыйылма командаһы өсөнсө урынды ала. Шунан бирле Ҡауарҙыла шахмат фестивале даими үткәрелә. 2001, 2002 йылдарҙа был спорт байрамына Архангел районы ҡушылһа, 2006 йылдан башлап Ҡырмыҫҡалы районы командаһы бер йыл да ҡалдырмай ҡатнашып килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфөлә “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетболы лигаһы чемпионатының супер финалы тамамланды.
“Өфө-Арена” боҙ һарайында алма төшөрлөк тә урын юҡ. Барыһы ла тын алмай тиерлек чемпионаттың финал ярышын күҙәтә. Тәүҙә ҡыҙҙар алышты — Силәбенең “Драгонс”ы менән Иркутскиҙың “Байкал”ы. Уйын башынан уҡ үҙҙәренең таһыллығы менән айырылып торған Силәбе һылыуҙары дәғүәселәрен еңеп ҡуйҙы. Шулай итеп, тиҙҙән Төркиәлә үтәсәк ярышҡа улар юлланасаҡ.
Егеттәр араһында төп бүләк өсөн Новосибирск ҡалаһының “Исток” командаһы менән Өфөнөң “Шоңҡар”ы көс һынашты. Ике команда уйынсылары ла сос, көслө күренә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 31 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Сыңғыҙхан" һөжүмгә әҙерләнәФевралдә Силәбе башҡорто Денис "Сыңғыҙхан"дың — Шафиҡовтың — Бөйөк Британияла уҙған алышта шотланд боксёры Ли МакАллистерҙы еңеү хәбәрен еткергәйнек. Әле ринг батыры 31 майҙа Өфөлә уҙасаҡ алышҡа — Куба итальяны Брунет Замора менән осрашыуға әҙерләнә. Бының өсөн ул бер нисә айға тыуған Мейәсенән Санкт-Петербург ҡалаһына күсеп торорға булған.
Денис Шафиҡов (28 еңеү; 0 еңелеү; 1 тигеҙ иҫәп) менән Брунет Замора (22 еңеү; 0 еңелеү; 2 тигеҙ иҫәп) Европаның 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡтағы иң яҡшы боксёрҙары һанала. Быға тиклем улар 2010 йылдың көҙөндә осраша. 12 раундта алышҡандан һуң, Рәсәй һәм сит ил белгестәре Шафиҡовты көслөрәк тип тапһа ла, судьялар иҫәпте тигеҙ тип иғлан итә. Һөҙөмтәлә WBA интерконтиненталь чемпионы титулы Замораның үҙендә ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көрәш беҙҙе тәрбиәләйБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән акция Яңауыл ҡалаһында тамамланды.
– О-о-о, келәмдәрҙең күплеге!
– Барыһы ла балаларғамы икән?
– Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтың бүләге ул.
Был көндө Яңауыл район мәҙәниәт йорто алдында тауҙай өйөлгән көрәш келәмдәренә иғтибар итмәгән кеше булмағандыр. Бығаса ҡалала келәм таратҡанды хәтерләмәй улар. Был юлы спорт йыһазы Асҡын, Балтас, Борай, Илеш, Краснокама, Саҡмағош, Бөрө, Бәләбәй, Шаран, Яңауыл, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Ҡалтасы, Тәтешле райондарының 17 мәктәбенә һәм Өфөнөң өс үҫмерҙәр клубына тапшырылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Нефтекама ҡалаһының юғары лигала уйнаусы “Торос” хоккей командаһы, финалда Төмәндең “Рубин”ы менән бишенсе осрашыуҙа еңеү яулап, Рәсәйҙең юғары хоккей лигаһының кубогына лайыҡ булды.
“Торос” спортсылары уйындың тәүге минутынан уҡ һөжүмгә ташланды. Һөжүм итеүсе Максим Фролов “Рубин” һаҡсыларын оҫта урап үтеп, шайбаны ҡапҡаға табан елгәрҙе, ләкин ҡапҡасы Михаил Демидовты ота алманы. Беҙҙекеләр төмәндәргә ҡарағанда күпкә йылдамыраҡ уйнаһа ла, тәүге шайбаны “Рубин” һөжүмсеһе Ремир Хәйҙәров индерҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 15 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ