Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡорт егеттәре лә донъя чемпионатына барасаҡ”
“Башҡорт егеттәре лә донъя чемпионатына барасаҡ”Республикабыҙҙа сәләмәт тормош рәүеше өлгөһөнә эйәреү киң үҫеш ала. Төбәк, ил күләмендәге төрлө ярыштар, бәйгеләр йыш үтә. Билбау көрәше буйынса донъя чемпионатына әҙерлек нисек бара? Маҡсаты нимәнән ғибәрәт? Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһының башҡарма директоры Гөлнур Ҡолһаринаға мөрәжәғәт иттек.

– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, чемпионатты уҙғарыу урыны итеп ни өсөн тап Салауат ҡалаһы һайланды?
– Ярыштың был төрө халҡыбыҙ, республика өсөн ят түгел. Борон-борондан башҡорттар көрәшкә ҙур иғтибар биргән, ул төрлө байрамдарҙың, һабантуйҙарҙың биҙәге булған. Былтыр беҙҙең Федерация Өфө ҡалаһында билбау көрәше буйынса Донъя кубогына ярышты ҡабул иткәйне. Ул юғары кимәлдә уҙҙы, бөтәһе 22 илдән 250-нән ашыу көрәшсе ҡатнашты. Ә инде чемпионаттың Салауатта үткәрелеүе осраҡлы түгел: “Газпром нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сараны ойоштороу өсөн барлыҡ шарттар булдырҙы. Уларҙың бөтә уңайлыҡтары булған залы бар. Йәнә Салауат ҡалаһының бығаса донъя кимәлендәге ҙур ярыштарҙы ҡабул иткәне барыбыҙға ла мәғлүм. Ҡыҫҡаһы, уларҙың тәжрибәһе лә, сараны юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн мөмкинлеге лә бар. Икенсенән, киләһе йыл бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тула. Был йүнәлештә лә ҡунаҡтарға батырыбыҙ исемендәге ҡала менән танышыу форсаты тыуасаҡ. Тағы республикаға килеүселәр башҡа төбәктәрҙе лә күрергә тейеш.
Чемпионаттың әһәмиәте лә ҙур. Уның һөҙөмтәләре буйынса күп спортсылар үҙҙәренә исемдәр аласаҡ. Әле уға әҙерлек ҡыҙыу бара: сит илдәрҙән ғаризалар ҡабул ителә, виза документтары әҙерләнә, шулай уҡ делегацияларҙы ҡабул итеү буйынса барлыҡ һорауҙар хәл ителә. Сараға 30-ға яҡын илдән 300-ләгән көрәшсенең килеүе көтөлә. Ир-егеттәр – ирекле һәм классик, ә ҡатын-ҡыҙҙар ирекле стилдә көс һынашасаҡ. Бөтәһе 19 ауырлыҡ үлсәме буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк.
– Ярышта Башҡортостан егеттәре лә булалыр бит?
– Әлбиттә! Тәүҙә республикабыҙҙан айырым команда ҡуйыу-ҡуймау хаҡында уйлаштыҡ. Ниһайәт, спортсыларыбыҙҙы Рәсәй йыйылма командаһына индерергә тырыштыҡ. Наил Мөхәмәтйәнов, Рәдиф Аҡсурин, Рөстәм Арыҫланов, Альберт Рәхмәтуллин ирекле стилдә сығыш яһаясаҡ.
– Билбау көрәше ярыштарын күҙәтергә тура килгәне бар. Гүзәл заттарыбыҙ ҙа матур ғына сығыш яһай. Был юлы улар булырмы?
– Әле был юҫыҡта ла эш алып барыла. Бер ҡыҙ ҡатнашыуы ихтимал.
– Әйткәндәй, билбау көрәше буйынса Башҡортостан, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, ниндәйерәк урын биләй?
– Аллаға шөкөр, һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында өмөтлө спортсыларыбыҙ күренә башланы. Әлбиттә, данлыҡлы батырыбыҙ Харис Йосоповтың улдары – Бөтә Рәсәй Билбау көрәше федерацияһы президенты Морис, уның ҡустыһы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосоповтар тарафынан башҡарылған эштәр быға һиҙелерлек булышлыҡ итте. Уларҙың ярҙамы менән тренерҙар уҡытылды, көрәш келәмдәре бүләк ителде. Былтыр Өфөлә Донъя кубогына ярыш үткәреүҙә ошо ике уҙаман ҙур тырышлыҡ һалды, сөнки бында дәүләт тарафынан сығымдар ҡаралмаған. Әлеге сара ШОС һәм БРИКС ултырыштарына арналған Башҡортостан Хөкүмәтенең әҙерлек планына индерелһә лә, чемпионатҡа бары тик бағыусыларҙың ғына аҡсалары тотонола.
Былтыр Донъя кубогына республиканың төрлө төбәктәренән көрәшселәрҙе тамашасы сифатында саҡырҙыҡ. Уларға донъя кимәлендәге сараны оҫталыҡ дәрестәре сифатында күрһәттек. Быйыл да был тәжрибәне ҡабатларға тип торабыҙ. Күрһендәр, белһендәр, һығымта яһаһындар. Һәр илдең алыш үҙенсәлеге бар. Шул уҡ милли көрәшкә килгәндә лә. Мәҫәлән, үзбәктәр билбау көрәшен милли көрәш тип атай, ҡалмыҡтарҙың үҙ төрө бар. Әлбиттә, маҡсатлы эш һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Урындарға сыҡҡан һайын быны күрәбеҙ. Киләсәктә был йүнәлештә дәүләт тарафынан да ярҙам булһа ине. Былтыр Стәрлетамаҡ физик культура институтында махсус республика семинар-кәңәшмәһе үтте. Унда оҫталыҡ дәрестәре, күрһәтмә сығыштар уҙғарылды. Район, ҡала күләмендә ярыштар булып тора.
– Алыштарға баһа бирәсәк судьялар ҙа ситтән саҡырыла шикелле?..
– Дөрөҫ. Көрәшселәрҙе баһалау өсөн халыҡ-ара кимәлдәге утыҙҙан ашыу судьяны көтәбеҙ. Араларында Израиль, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа сит ил вәкилдәре бар. Ярыштың мәртәбәһе өсөн дә, ғәҙеллек өсөн дә кәрәк был.
– Һуңғы йылдарҙа ирекмәндәр хәрәкәте барлыҡҡа килде. Күп кенә сараларҙы үткәреүҙә үҙ теләге менән эшләгән йәштәрҙең ярҙамы ифрат ҙур. Уларҙың булышлығы көтөләлер бит?
– Эйе, “Индиго” социаль-психологик үҙәк янында эшләп килгән ирекмәндәр төркөмө беҙгә Донъя кубогына ярышта булышлыҡ иткәйне. Улар — тәржемәсе лә, ойоштороусы ла. Был юлы ла ирекмәндәр уң ҡанатыбыҙ буласаҡ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Беҙ – финалда!

Беҙ – финалда! 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Ярымфиналда еңеүгә һуңғы аҙым. Ниндәй булыр ул?...

Тотош уҡырға 40

Кемдең аты етеҙерәк?

Кемдең аты етеҙерәк? 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Иртәнән һуң Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған “Терра Башкирия”...

Тотош уҡырға 64

Япондар беҙҙе лә тәртипкә өйрәтте...

Япондар беҙҙе лә тәртипкә өйрәтте... 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Кисә Рәсәй йыйылма командаһы футбол буйынса 2020 йылғы Европа чемпионатының һайлап алыу турында...

Тотош уҡырға 44

Чемпион Хәбиб егеттәрҙе “күҙәтә”

Чемпион Хәбиб егеттәрҙе “күҙәтә” 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөлә яңы Ҡатнаш һуғыш төрҙәре үҙәгендә (ММА) Волга буйы федераль округы беренселегенә әҙерлек бара....

Тотош уҡырға 67

“Ҡайһы егетте атып алырға икән?..”

“Ҡайһы егетте атып алырға икән?..” 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Кисә Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә балалар араһында Башҡортостандың 100 йыллығына...

Тотош уҡырға 46

Ҡайһы саҡта 32 секунд етә...

Ҡайһы саҡта 32 секунд етә... 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы кубок өсөн уйындарҙағы өсөнсө матчта упҡын ситенә...

Тотош уҡырға 60

Ейән дә шәп, олатай ҙа

Ейән дә шәп, олатай ҙа 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөлә республиканың Хәрби-спорт фонды ғаилә командалары араһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт...

Тотош уҡырға 41

Ҡазандан – “алтын” менән

Ҡазандан – “алтын” менән 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бил бирмәҫ баһадир көрәшсе Ғаззали Үтәшевтең тыуған яғы Хәйбулла районында, билдәле булыуынса,...

Тотош уҡырға 192

Еңеүгә – бер аҙым!

Еңеүгә – бер аҙым! 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Ярышта бөгөн өҫтөнлөк алһаҡ, ярымфиналда еңеүгә бер генә аҙым ҡаласаҡ. Ошо маҡсат торҙо әлеге...

Тотош уҡырға 68

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә халыҡ-ара (йөҙ шаҡмаҡлы) шашка буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 43

Ололарға ни етмәй?

Ололарға ни етмәй? 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында "Һунар. Балыҡсылыҡ. Туризм" тигән махсус күргәҙмә...

Тотош уҡырға 93

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн"

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн" 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Тархан” волейбол...

Тотош уҡырға 48