Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәр
Бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәрҠарайым да аптырайым: ҡайһы бер хоккейсылар команданы бирсәткә урынына алмаштыра. Йүнле оҫталыҡҡа эйә булмаһалар ҙа, йәһәт яңы йылы урын таба һалалар. Шулай бер ерҙән икенсеһенә күсеп, ғәмһеҙ генә ваҡыт уҙғара торалар. “Салауат Юлаев”ҡа ла быйыл ғына килгән Алексей Гришин китеп барҙы, ә Томаш Заборски тәүге матчында гол индерҙе лә тынысланды. Былтырҙан бирле һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә алмаған Игорь Мусатовты ла ебәрергә мәжбүрҙәр. Урынына үҙебеҙҙең Никита Щитов ҡайтты. Әллә-әллә, фәтүә булырмы?..
Капитаныбыҙ Виталий Прошкин операциянан һуң өс ай йүнәләсәк әле. Йәл. Команданы кем туплар һуң? Күренеп тора, һәр кем юрғанды үҙ яғына тарта. Ә бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәр, ти халыҡ. Билдәле, Ҡаҙағстандан “Барыҫ” – лидер, унан еңелгәнгә ғәжәпләнергә түгел. Ә бына Мәскәүҙән “Спартак” нимәһе менән юлаевсыларҙан өҫтөнөрәк? Күрәһең, ҡара тырышлығы менән.
Бер ҡылдан арҡан ишмәйҙәрУйын башланды. “Евротур” осоронда етерлек ял иткәндәр, ахыры. Боҙ өҫтөнән ҡоштай осоп ҡына йөрөй хоккейсылар! Бына-бына гол булыр төҫлө. Һүнеп барған бер-ике “йондоҙ”он һанамағанда, ҡунаҡтар артыҡ көслө лә түгел. Шулай булды ла, өфөләр башлап уңышҡа өлгәште. Ләкин Теему Хартикайнен ныҡышып иҫәпте асып ебәргәндән һуң артыҡ ирәйеп киттек шикелле. Тәнәфескә 5 секунд ҡалғас, “Спартак” уны тигеҙләне. Егеттәр, ниңә әҙ генә түҙмәҫкә инде?!
Артабан һөҙөмтәһеҙ уйын китте. Әллә ҡапҡасылары Джефф Гласс шулай ныҡ торҙомо инде...
Эш овертаймға барып етте. Иң мөһиме – штраф ваҡыты алмаҫҡа! Ишетмәй шул юлаевсылар – Андрей Зубарев штраф эскәмйәһенә табан йүнәлә. Их, Андрей, “Евротур”ҙа иң яҡшы һаҡсы булып танылыуың менәнме ни, кәрәк саҡта команданы әҙселектә ҡалдырғас...
Һаҡлана торғас, бөтөнләй арынымы беҙҙекеләр, ҡарап тороп Дерон Куинттан шайба үткәрттеләр. 1:2 – йәнә еңелдек.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Беҙ – финалда!

Беҙ – финалда! 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Ярымфиналда еңеүгә һуңғы аҙым. Ниндәй булыр ул?...

Тотош уҡырға 40

Кемдең аты етеҙерәк?

Кемдең аты етеҙерәк? 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Иртәнән һуң Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында республиканың 100 йыллығына арналған “Терра Башкирия”...

Тотош уҡырға 64

Япондар беҙҙе лә тәртипкә өйрәтте...

Япондар беҙҙе лә тәртипкә өйрәтте... 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Кисә Рәсәй йыйылма командаһы футбол буйынса 2020 йылғы Европа чемпионатының һайлап алыу турында...

Тотош уҡырға 44

Чемпион Хәбиб егеттәрҙе “күҙәтә”

Чемпион Хәбиб егеттәрҙе “күҙәтә” 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөлә яңы Ҡатнаш һуғыш төрҙәре үҙәгендә (ММА) Волга буйы федераль округы беренселегенә әҙерлек бара....

Тотош уҡырға 67

“Ҡайһы егетте атып алырға икән?..”

“Ҡайһы егетте атып алырға икән?..” 22.03.2019 // Спорт һәм туризм

Кисә Бөрйән районының Әбделмәмбәт урта мәктәбендә балалар араһында Башҡортостандың 100 йыллығына...

Тотош уҡырға 46

Ҡайһы саҡта 32 секунд етә...

Ҡайһы саҡта 32 секунд етә... 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөнөң “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы кубок өсөн уйындарҙағы өсөнсө матчта упҡын ситенә...

Тотош уҡырға 60

Ейән дә шәп, олатай ҙа

Ейән дә шәп, олатай ҙа 21.03.2019 // Спорт һәм туризм

Өфөлә республиканың Хәрби-спорт фонды ғаилә командалары араһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт...

Тотош уҡырға 41

Ҡазандан – “алтын” менән

Ҡазандан – “алтын” менән 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бил бирмәҫ баһадир көрәшсе Ғаззали Үтәшевтең тыуған яғы Хәйбулла районында, билдәле булыуынса,...

Тотош уҡырға 192

Еңеүгә – бер аҙым!

Еңеүгә – бер аҙым! 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Ярышта бөгөн өҫтөнлөк алһаҡ, ярымфиналда еңеүгә бер генә аҙым ҡаласаҡ. Ошо маҡсат торҙо әлеге...

Тотош уҡырға 68

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры

Йөҙ йыллыҡҡа – шашка турниры 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Өфөлә халыҡ-ара (йөҙ шаҡмаҡлы) шашка буйынса Рәсәй...

Тотош уҡырға 43

Ололарға ни етмәй?

Ололарға ни етмәй? 20.03.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн Өфөлә ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексында "Һунар. Балыҡсылыҡ. Туризм" тигән махсус күргәҙмә...

Тотош уҡырға 93

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн"

Радий ХӘБИРОВ: "Мин һәр ваҡыт спорт өсөн" 19.03.2019 // Спорт һәм туризм

“Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайында республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы “Тархан” волейбол...

Тотош уҡырға 48