Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илвир ышанысты аҡлар
Илвир ышанысты аҡлар
Сочи Олимпиадаһында бобслей буйынса Рәсәй данын халыҡ-ара класлы спорт мастеры — егерме дүрт йәшлек Илвир Хужин да яҡлаясаҡ. Ҡаланың 10-сы мәктәбендә туғыҙ класты тамамлап, нефть колледжында электрсы һөнәрен үҙләштергән егет — әле Башҡортостан дәүләт аграр университетының энергетика факультеты студенты.

Илдар Шәрифулла улы, спортсының атаһы: — Тыумышым менән Пермь крайынанмын. Атай-әсәйем мин сабый саҡта уҡ ошонда күсеп килеп, ҡаланың тәүге төҙөүселәре булғас, Нефтекаманы күптән үҙ иткәнмен. Улым Илвирҙың тарихҡа инәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындарында Рәсәй исеменән сығыш яһауына сикһеҙ ғорурланам.
Һәр ата-әсә балаһының тәү сиратта һау-таҙа булып, сәләмәт тормошҡа ылығып үҫеүен теләй. Бының өсөн физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү кәрәк. Ир бала өсөн атайҙың шәхси үрнәге лә бик мөһим. Мин үҙем, мәҫәлән, атайым өлгөһөндә штанга күтәреү менән шөғөлләндем, һуңыраҡ бокс та өҫтәлде. Илвир сабый саҡта иртәнге гимнастиканы ул иғтибар итерлек итеп яһарға тырыштым, үҫә төшкәс, күнекмәләргә лә эйәртеп йөрөттөм. Теремек һәм хәрәкәтсән малай физкультура дәрестәрен яратты, урта кластарҙа бик теләп йүгереү менән шөғөлләнә башланы, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә саҡырылды. Колледжда уҡығанда ла спорттан айырылманы, һуңыраҡ беҙҙең өсөн ятыраҡ булған бобслейҙы үҙ итте.
Гөлдәр Ғайса ҡыҙы, Илвирҙың әсәһе: — Улымдың бәләкәйҙән спортҡа ылығыуын баштан уҡ ыңғай ҡабул иттем. Уның тиҫтерҙәре аяҡҡа баҫҡан осор бигерәк буталсыҡ ине бит. Бөтөн ил буйынса, тәү сиратта ҡалаларҙа, беҙҙең өсөн ят кире күренештәр киң таралды. Күңеленә ятҡан шөғөлө булғас, Илвир уларҙан ситтә торҙо. Хәйер, дәрестәргә әҙерләнеүҙән һәм секцияға йөрөүҙән башҡаға ваҡыты ла булманы уның. Форсаттан файҙаланып, Илвирҙы оло спортҡа алып сығыусыларға — еңел атлетика буйынса тренер Вәзир Шафиҡовҡа, бобслейҙағы бөгөнгө остазы Рөстәм Фәйезовҡа — оло рәхмәтемде еткерәм. Спортсылар тәрбиәләү өсөн күп көс һалған, яратҡан эштәренә мөкиббән киткән ошо кешеләр осрамаһа, Илвирҙың тормош юлы ҡайҙа боролор ине — билдәһеҙ. Каникул ваҡыттарында Илвир минең тыуған яҡтарҙа — Әлшәй районының йырҙарҙа маҡталған Дим буйындағы Балғаҙы ауылында йыш булды, туған-тыумаса менән әле лә бик теләп аралаша. Урыҫ мәктәбендә уҡыһа ла, башҡортса яҡшы аңлай, һөйләшә.
Вәзир Шафиҡов, Нефтекама ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге еңел атлетика буйынса өлкән тренер-уҡытыусы: — Спортта ниндәйҙер ҡаҙаныштарға өлгәшеү өсөн тәбиғәттән бирелгән һәләт тә, тренерҙың йылдар дауамында һыналған ысулы нигеҙендә тәрбиәләнеүсенең үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләүе лә кәрәк. Был йәһәттән Илвир Хужин тик маҡтауға лайыҡ. Еңел атлетика менән минең ҡул аҫтында 2006 йылда ныҡлап шөғөлләнә башланы. Бер йыл эсендә ул юғары күрһәткестәргә өлгәште: уҡыусыларҙың республика спартакиадаһында еңеү яуланы, мастерлыҡҡа кандидат нормаһын үтәне. Көс нығытыу күнекмәләрен тырышып, һәр саҡ еренә еткереп башҡара. Миҫал өсөн: 210 килограмлы (бобтың яҡынса ауырлығы шулай) штанганы елкәһенә ҡуйып, ул өс тапҡыр ултырып баҫа.
Ҡыҫҡа ваҡытта тиҙлек арттыра алыу һәм етерлек көслө булыу – бобслейсыға ҡуйылған төп талаптар. Бар яҡлап уларға яуап биргәнлектән, ошо спорт төрөндә үҙен һынап ҡарарға тәҡдим итте лә инде Илвирға бөгөнгө тренеры Рөстәм Фәйезов һәм яңылышманы. 2012 йылда үҫмерҙәр араһында донъя беренселегендә икенсе урынды яулаған Нефтекама егете бөгөн илдең бобслей буйынса йыйылма командаһында Ҡышҡы Олимпиадала ҡатнаша.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Хәлилдәр күршеләрен "Ылаҡ"ҡа йыйҙы

Хәлилдәр күршеләрен "Ылаҡ"ҡа йыйҙы 23.02.2019 // Спорт һәм туризм

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Әбйәлил районының Хәлил ауылында тәүге тапҡыр Ҡышҡы бәйге...

Тотош уҡырға 118

Сибай "Адреналин"ы – беренсе!

Сибай "Адреналин"ы – беренсе! 23.02.2019 // Спорт һәм туризм

Көс, таһыллыҡ, дәрт, сәм тантана иткән ерҙә һәр кем еңеүсе булырға ынтыла. Сибай үҙәк ҡала...

Тотош уҡырға 72

Еңелеүселәр булманы

Еңелеүселәр булманы 22.02.2019 // Спорт һәм туризм

Белореттың “Металург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Георгиевич Серебренников...

Тотош уҡырға 63

Ветерандар ярышты

Ветерандар ярышты 22.02.2019 // Спорт һәм туризм

Белорет металлургия комбинатында ветерандар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шахмат...

Тотош уҡырға 49

Көткәндәр көтөп алды

Көткәндәр көтөп алды 21.02.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡта инвалидтар йәмғиәтенең үҙ спорт залы асылды....

Тотош уҡырға 61

Азия балалары араһында юғалып ҡалманылар

Азия балалары араһында юғалып ҡалманылар 20.02.2019 // Спорт һәм туризм

“Азия балалары” халыҡ-ара уйындарында Башҡортостан йыйылма командаһы айырым сығыш яһаны....

Тотош уҡырға 59

Алты йәшлеге лә, алтмыш йәшлеге лә ҡатнашты

Алты йәшлеге лә, алтмыш йәшлеге лә ҡатнашты 20.02.2019 // Спорт һәм туризм

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Сибай ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса ҡала беренселеге үтте....

Тотош уҡырға 58

Йәш “Бөркөттәр” сая икән!

Йәш “Бөркөттәр” сая икән! 19.02.2019 // Спорт һәм туризм

Туғыҙ йәшлек кенә балаларҙың сәмле, ҡыйыу, көслө холоҡ-фиғелле булып үҫеүҙәре һоҡландырҙы....

Тотош уҡырға 61

Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә?

Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә? 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 22-23 февралдә күптән күркәм йолаға әйләнгән...

Тотош уҡырға 87

"Аҡбуҙат" – алғы сафта!

"Аҡбуҙат" – алғы сафта! 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Әлшәй районынан Әбйәлилдең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бронза миҙал менән ҡайтты. Улар...

Тотош уҡырға 106

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Мәктәп уҡыусыларының республика спартакиадаһы дауам итә. Ә бына мини-футбол буйынса бәйгегә йомғаҡ...

Тотош уҡырға 70

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!"

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде. Белеүебеҙсә,...

Тотош уҡырға 75