Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көмөш миҙал — “Торос”та!
Көмөш миҙал — “Торос”та!
Быйылғы миҙгел йомғаҡтары буйынса “Торос” командаһы Юғары хоккей лигаһында икенсе урын яуланы һәм көмөш миҙалға лайыҡ булды. Награданы тапшырыу һәм хоккей миҙгелен рәсми ябыуға арналған тантана спорт байрамына әйләнде.


Сара яҡты донъянан иртә киткән өлкән тренер Альфред Йоносовты бер минут тороп иҫкә алыуҙан башланды. Нефтекамала хоккейҙы үҫтереүгә күп көс һалыусы булараҡ ҡала тарихында лайыҡлы урын биләргә хоҡуҡлы ир-уҙамандың миҙалы уның улы Тимурға тапшырылды.
“Торос” уйынсыларының, тренерҙары һәм хеҙмәткәрҙәренең икенсе урын өсөн көмөш миҙалдарҙы, Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатта һәм уны асыуҙағы еңеүҙәр өсөн кубоктарҙы Лиганың идарасы директоры Герман Скоропупов, төп бағыусыһы “Урал” мәрхәмәтлек фондының генераль директоры Евгений Лохов ҡулынан алыуы ла күп нәмә тураһында һөйләй. Был, етәкселәр билдәләүенсә, Нефтекама хоккейсыларының рәттән бишенсе миҙгелде миҙалдар менән тамамлауы ҙур уңыш ул. Республикабыҙҙың төп командаһы “Салауат Юлаев”тың да быйыл шулай уҡ көмөш миҙалға лайыҡ булыуында күптән түгел генә “Торос”та уйнағандарҙың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ.
Ете номинацияла команданың алдынғы уйынсылары билдәләнде. Илья Суслопаров – иң ышаныслы һаҡсы, Каспарс Саулиетис – иң шәп һөжүм итеүсе, Павел Володин – иң ҡыйыу, Павел Доронин – иң файҙалы, Станислав Гәрәев – иң яҡшы йәш уйынсы, Кирилл Полозов плей-оффтың иң яҡшы бомбардиры тип билдәләнде. “Тамашасы һөйөүе” призы капитан Анатолий Степановҡа бирелде.
Заманында ике тапҡыр Олимпия һәм һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы булған легендар совет хоккейсыһы Борис Петрович Михайловтың ҡотлауын спортсылар һәм көйәрмәндәр бик йылы ҡабул итте.
“Торос” хоккейсыларын сираттағы уңыштары менән халыҡ-ара йыһан станцияһынан уның бортинженеры, Рәсәй космонавт-тикшеренеүсеһе Олег Артемьевтың ҡотлауы ысын мәғәнәһендә үҙенсәлекле булды. Олег Германович команданың көйәрмәне, уның уйындары менән даими ҡыҙыҡһынып тора, орбитаға үҙе менән клубтың вымпелын да алған.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, Нефтекама ҡала хакимиәте башлығы Рәшит Дәүләтов үҙ сығыштарында хоккейсыларға йылы һүҙҙәр әйтеп, уларға яңынан-яңы уңыштар теләне.
Үҙ сиратында “Торос” клубы ла буш ҡалманы. Миҙгел барышында үткәрелгән төрлө конкурстарҙа иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр алды.

Ансар Нуретдинов,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Хәлилдәр күршеләрен "Ылаҡ"ҡа йыйҙы

Хәлилдәр күршеләрен "Ылаҡ"ҡа йыйҙы 23.02.2019 // Спорт һәм туризм

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Әбйәлил районының Хәлил ауылында тәүге тапҡыр Ҡышҡы бәйге...

Тотош уҡырға 118

Сибай "Адреналин"ы – беренсе!

Сибай "Адреналин"ы – беренсе! 23.02.2019 // Спорт һәм туризм

Көс, таһыллыҡ, дәрт, сәм тантана иткән ерҙә һәр кем еңеүсе булырға ынтыла. Сибай үҙәк ҡала...

Тотош уҡырға 72

Еңелеүселәр булманы

Еңелеүселәр булманы 22.02.2019 // Спорт һәм туризм

Белореттың “Металург” стадионында Советтар Союзы Геройы Александр Георгиевич Серебренников...

Тотош уҡырға 63

Ветерандар ярышты

Ветерандар ярышты 22.02.2019 // Спорт һәм туризм

Белорет металлургия комбинатында ветерандар араһында Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған шахмат...

Тотош уҡырға 49

Көткәндәр көтөп алды

Көткәндәр көтөп алды 21.02.2019 // Спорт һәм туризм

Баймаҡта инвалидтар йәмғиәтенең үҙ спорт залы асылды....

Тотош уҡырға 61

Азия балалары араһында юғалып ҡалманылар

Азия балалары араһында юғалып ҡалманылар 20.02.2019 // Спорт һәм туризм

“Азия балалары” халыҡ-ара уйындарында Башҡортостан йыйылма командаһы айырым сығыш яһаны....

Тотош уҡырға 59

Алты йәшлеге лә, алтмыш йәшлеге лә ҡатнашты

Алты йәшлеге лә, алтмыш йәшлеге лә ҡатнашты 20.02.2019 // Спорт һәм туризм

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Сибай ҡалаһында өҫтәл теннисы буйынса ҡала беренселеге үтте....

Тотош уҡырға 58

Йәш “Бөркөттәр” сая икән!

Йәш “Бөркөттәр” сая икән! 19.02.2019 // Спорт һәм туризм

Туғыҙ йәшлек кенә балаларҙың сәмле, ҡыйыу, көслө холоҡ-фиғелле булып үҫеүҙәре һоҡландырҙы....

Тотош уҡырға 61

Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә?

Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә? 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 22-23 февралдә күптән күркәм йолаға әйләнгән...

Тотош уҡырға 87

"Аҡбуҙат" – алғы сафта!

"Аҡбуҙат" – алғы сафта! 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Әлшәй районынан Әбйәлилдең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бронза миҙал менән ҡайтты. Улар...

Тотош уҡырға 106

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Мәктәп уҡыусыларының республика спартакиадаһы дауам итә. Ә бына мини-футбол буйынса бәйгегә йомғаҡ...

Тотош уҡырға 70

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!"

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде. Белеүебеҙсә,...

Тотош уҡырға 75