Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡ
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡ Спорттың бер нисә төрө буйынса үткәрелгән район бәйгеләрендә йыл һайын беренселекте яулаған Ҡаҙмаш урта мәктәбе – республика, хатта ил алдынғылары рәтендә. Әле һигеҙ кешенән торған (шуларҙың алтауһы – Ҡаҙмаш мәктәбенән) команда Анапа ҡалаһында уҙған ярыштан ҙур еңеү менән ҡайтты.


Әлбиттә, һәр еңеү нигеҙендә йылдар дауамында тупланған оло хеҙмәт, тырышлыҡ һәм түҙемлелек ята. Әгәр ҙә үҙеңде спортҡа бағышланың икән, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа, барыһына күнергә, үҙеңдә рухи көс һәм сәм тәрбиәләргә тейешһең.
Ҡаҙмаш мәктәбе уҡыусыларына спортҡа бәйле, әммә китапҡа яҙылмаған ҡанундар быуындар аша күсеп килә: ата улды өйрәтә, улы үҙенең буласаҡ балаһына һеңдерә.
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡМәктәптә 186 уҡыусы, шуларҙың һәр береһе тиерлек ниндәй ҙә булһа секци­я­ла шөғөлләнә. Спорт залында көноҙоно балалар тауышы өҙөлмәй, ҡышын ауыл тирәләй саңғы юлдары һалына, подвалда урынлашҡан тирҙа мәргәнлек һынала, гер күтәреүселәр, өҫтәл теннисын үҙ итеүселәр тапҡырлыҡта ярыша, бә­ләкәйҙәр иһә махсус әүһәләктә өйөрөлә, күнегеүҙәр яһай. Уҡыусылар дәрес тамамланғас та ҡайтырға ашыҡмай: шау-гөр килеп уйнап, тән яҙалар, нығыналар. Тап ошондай көндәлек хеҙмәт кенә ҡаҙмаштарҙы яңы еңеүҙәргә илтә. Район спартакиадаһында ла был мәктәпкә еткәндәр юҡ.
Сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән физкультура уҡытыусыһы Рауил Сафин әйтеүенсә, балалар түңәрәктәргә теләп йөрөй, бер кемде лә мәжбүр итеү юҡ. Буласаҡ саңғысыларҙы Азат Яҡупов өйрәтһә, гер күтәреү серҙәренә Азамат Әхмәтов төшөндөрә. Спорт уйындары секцияһына Дамир Юлдашев етәкселек итә. Өҫтәл теннисына, волейболға, баскетболға йөрөүселәр бик күп. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡаҙмаш урта мәктәбендә матур йола йәшәй. Йыл һайын СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсҡәт Ҡаһармановтың призына – саңғы, спорт ветераны Шамил Әми­невтекенә – гер күтәреү, Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны, отставкалағы майор Хөснөтдин Ғәниев исеменә – атыу, эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыш үткәрелә. Һуңғы йылдарҙа Шамил Әминев кенә бүләкте үҙ ҡулы менән тапшыра алмай, әммә уның улы Ишморат атаһының юлын дауам итә, бәйгене район күләменә сығарыуға өлгәшкән.
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡБындай үҙенсәлекле сараларға район­дың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар йыйыла. Барлыҡ сығымдарҙы ойошто­роусылар, йәғни ярыш кемдең исеменә уҙһа, шул ҡаплай. Бүләк, диплом, миҙал, кубокты ла үҙҙәре һатып ала. Һуңғы йылдарҙа был “исемле” ярыш­тарҙың географияһы киңәйгән: күрше Белорет һәм Бөрйән райондарынан вәкилдәр килеп сығыш яһай. Спорт ярыштарында Ҡаҙмаш ауылы халҡының ғорурлығы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры вазифаһын башҡарған Рәжәп Яҡуповтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Бөгөнгө йәш директор Юлай Фәхрис­ламов та спортҡа бик яҡшы мөнәсәбәттә.
Спорт өлкәһендә ҙур уңыш ҡаҙанған республика чемпиондары Салауат Сафиуллин, Мораҙым Тәхәүетдинов, Нарат Таһиров, Гөлсөм Ғәләүетдинова, Гөл­нара Моталова – мәктәп коллективының оло ғорурлығы. Уларҙың юлын лайыҡлы дауам итеп, Илсур Фәйзуллин, Рамазан Хәкимов, Миләүшә Мәхмүтова, Зилиә Басирова, Зөлхизә Мәхмүтова, Айбулат Ҡорбанғәлин, Илдус Абдуллин, Арсен Мостафин, Ураҙбай Әхмәтов та һәр ярышта призлы урын яулай.
Үрҙә әйтеүебеҙсә, республика ярыштарында I урынды алған Ҡаҙмаш урта мәктәбе командаһы (барыһы ла 9-сы класс уҡыусылары, класс етәксеһе – Фәүзиә Зәйнуллина) Анапала көс һынап ҡайтты. Тәүҙә Стәрлетамаҡта үткән ярышта беренселекте яулап, Рәсәй кимәлендәге сарала ҡатнашыу хоҡуғын алғайнылар. Команданы көсәйтеү ниәтендә ситтән ике уҡыусы йәлеп ителгән. Ярышты асыу парадында Әбйәлил спортсыларынан Алмас Кинйәбаев, Рүзилә Ғиззәтова, Гөлнәзирә Ильясова ҡатнашып, Башҡортостан флагын күтәреп барған.
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡЙәш спортсылар менән бергә йөрөгән уҡытыусы Азат Яҡупов әйтеүенсә, ярышта илдең 53 төбәгенән ауыл спортсылары ҡатнашҡан. Барлыҡ күрһәткестәр буйынса команда унынсы урынға сыға. Күпбәйгелә Миләүшә Мәхмүтова – өсөнсө, Гөлнәзирә Ильясова – бишенсе, Алмаз Кинйәбаев шахмат буйынса етенсе урынға лайыҡ булған.
Команда ағзаларының бер кластан һәм яҡшы әҙерлекле булыуы ла уңышлы сығыш яһауға йоғонто яһамай ҡалмағандыр, моғайын. Әйткәндәй, Салауат Сафиуллин, Рауил Зәйнуллин, Илдар Әйүпов – гер спорты, Миләүшә Мәхмүтова, Рүзилә Ғиззәтова, Гөлнәзирә Ильясова, Элина Ғүмәрова – полиатлон, Алмас Кинйәбаев еңел атлетика, шахмат буйынса иң көслөләрҙән һанала.
Ҡаҙаныштары таң ҡалырлыҡӘбйәлилдең йәш спортсылары сәфәрҙән бик ҡәнәғәт: хәҙер Татарстан, Мордва республикаларынан яңы дуҫтары менән Интернет селтәре аша аралашып, бер-береһенең хәлен белешеп торалар, шулай уҡ уларға Ҡара диңгеҙҙә һыу инеү, дельфиндар уйынын ҡарау ныҡ оҡшаған.
Үҙ көстәре менән тир, гер күтәреү өсөн махсус бүлмә булдырылған ауыл мәктәбендә генә шөғөлләнеп тә, Рәсәй кимәлендә танылыу яулаған, иң көслө ун команда иҫәбенә ингән Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусыларына һәм уларҙы тәрбиәләгән уҡытыусыларға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Һәр еңеү яңы үрҙәргә илтә тигәндәй, ҡаҙмаштарҙың ҡаҙаныштары артһын, бәрәкәтле булһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә?

Аҙна аҙағында Бөрйәндә ни көтөлә? 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда 22-23 февралдә күптән күркәм йолаға әйләнгән...

Тотош уҡырға 37

"Аҡбуҙат" – алғы сафта!

"Аҡбуҙат" – алғы сафта! 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Әлшәй районынан Әбйәлилдең “Аҡбуҙат” хоккей командаһы бронза миҙал менән ҡайтты. Улар...

Тотош уҡырға 49

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр

Ҡыҙҙарҙы Краснодарҙа көтәләр 18.02.2019 // Спорт һәм туризм

Мәктәп уҡыусыларының республика спартакиадаһы дауам итә. Ә бына мини-футбол буйынса бәйгегә йомғаҡ...

Тотош уҡырға 44

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!"

"Һәр саҡ әлегеләй йылмайып йәшәгеҙ!" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова килде. Белеүебеҙсә,...

Тотош уҡырға 57

Алға, тик алға!

Алға, тик алға! 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

“Рәсәйҙең саңғы юлы” ярыштары Сибайҙы ла урап үтмәне. Ҡаланың Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм...

Тотош уҡырға 78

Боҙ мәмерйәһе "йылынды"

Боҙ мәмерйәһе "йылынды" 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Архангел районындағы Аҫҡын боҙ мәмерйәһе Рус география йәмғиәтенә 49 йылға ҡуртымға бирелгәс,...

Тотош уҡырға 69

Артур Сурин иҫтәлегенә – хоккей турниры

Артур Сурин иҫтәлегенә – хоккей турниры 16.02.2019 // Спорт һәм туризм

Хәйбулла районының Вәзәм халҡы күренекле ауылдаштары, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Артур Сурин...

Тотош уҡырға 71

Ракетка бәләкәй булһа ла…

Ракетка бәләкәй булһа ла… 14.02.2019 // Спорт һәм туризм

Дүртөйлө районында барған 52-се спартакиаданың тағы ла бер этабына йомғаҡ яһалды. Өҫтәл теннисы...

Тотош уҡырға 136

Виктор Ан күрһәтер әле!

Виктор Ан күрһәтер әле! 14.02.2019 // Спорт һәм туризм

Шорт-трек буйынса алты тапҡыр Олимпия чемпионы Виктор Ан көҙ көнө спорттан китеүе хаҡында хәбәр...

Тотош уҡырға 85

Барҙыға барҙым әле...

Барҙыға барҙым әле... 13.02.2019 // Спорт һәм туризм

Башҡортостандарҙың ситтә еңеү яулауына күнегеп тә бөттөк инде. Күптән түгел Пермь крайы Барҙы...

Тотош уҡырға 63

Умарк – Метсола урынында

Умарк – Метсола урынында 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

Бөгөн “Салауат Юлаев” спортсылары Өфөләге 96-сы лицей, “Спарта” командалары һәм 2010, 2012 йылғы...

Тотош уҡырға 59

Сибайға "Салауат Юлаев" килде!

Сибайға "Салауат Юлаев" килде! 12.02.2019 // Спорт һәм туризм

Сибай ҡалаһының "Ирәндек" боҙ һарайында кескәйҙәрҙең бөтә донъяға билдәле хоккей командаһы ағзалары...

Тотош уҡырға 82