Йылы күстәнәс. Кем алыҡ?

31-01-2015, 01:06 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Интернет селтәре аша хат, һүрәт, йыр ебәреүгә күнеккәйнек кенә, хәҙер меңәрләгән саҡрымда ятып та бер-береңә йылы оҙатыу мөмкинлеге килеп сыҡты.


Өфөнөң Пушкин һәм Ленин урамдары киҫешкән урындағы скверҙа ошо мөғжизәне тормошҡа ашырған үҙенсәлекле автомат пәйҙә булды. Ул 2013 йылда беренсе тапҡыр Рәсәйҙең Олимпия комитеты тарафынан Мәскәү метроһында урынлаштырылып, кешеләргә 30 сүгәләү өсөн бушлай билет таратыуы менән киң танылыу яуланы. Бер ай эсендә 11 мең пассажирҙы йәлеп иткән был акция артабан “Олимпия тәнәфесе” проектына әүерелеп, халыҡты сәлә­мәт тормошҡа, берҙәмлеккә әйҙәгән ҡоролма тип табылған.
Баш ҡалалағы автомат аша баш­ҡаларға йылы оҙатыр өсөн экран­дағы ун ҡаланың береһен һайлап, 30 секунд урында йүгереү етә. Йы­йылған заряд күләме билдәләнгән ҡалалағы автоматта сағыласаҡ һәм кемдер ярты минут дауамында шундай уҡ ҡоролманың икенсе яғында йылына аласаҡ.
Башҡортостанда был үҙенсәлек­ле автомат 29 ғинуарҙа тантаналы асылды. Унда республиканың йәш­тәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Алексей Новиков, “Мегафон” компанияһының Волга буйы филиалының төбәк бүлексәһе етәк­сеһе Дамир Байгилдин, бобслей буйынса Олимпия уйындары призеры, атҡаҙанған спорт мастеры Алексей Селиверстов ҡатнашты.