Тауҙар, урмандар аша…

29-08-2015, 01:06 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Тауҙар, урмандар аша… Велоспорт, велосипедта йөрөү йылдан-йыл киң таралыу ала бара. Халыҡ-ара ярыштар ҙа йыш үткәрелә. Республикабыҙҙа велоспорттың үҫеше тураһында Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында һәм “Башҡорт энциклопедияһы”ның II томында айырым мәҡәләләр менән танышырға мөмкин.

Беҙҙә был спорт төрөнөң үҫеше уҙған быуаттың 20-се йылдарына тура килә, тиелә баҫмаларҙа. 1923 йылда шоссе юлында велоуҙыш I Бөтөн Башҡортостан олимпиадаһының программаһына индерелә. Ә ике йылдан республиканың физик культура буйынса өлкә советы эргәһендә велосипед спорты буйынса беренсе секция ойошторола (500 метр оҙонлоҡтағы юлы булған велодром эшләнә). 1926 йылда 800 саҡрым алыҫлыҡҡа Өфө—Ырымбур—Өфө велойөрөшө уҙғарыла. Ә 1935 йылда спортсылар Өфө—Новосибирск—Өфө һәм Өфө—Красноусольск—Маҡар—Әүжән—Петровск—Белорет—Магнитогорск—Баймаҡ—Йылайыр—Мораҡ— Мәләүез—Ишембай—Стәрлетамаҡ—Раевка—Бәләбәй—Туймазы—Шаран—Баҡалы—Николо-Березовка—Яңауыл—Балтас—Мишкә—Благовещен— Өфө маршруттары буйлап 2 500-әр километр юл үтә.
Шуныһы ҡыҙыҡ: нәҡ ошо велойөрөш тураһында бала сағымда ғаиләбеҙҙә йыш иҫкә ала торғайнылар, сөнки өлкән ағайым Әхмәт (Әхмәҙулла) Шәкүров шул төркөмдөң командиры булған. Стәрлетамаҡ менән Раевка араһын үткән саҡта улар беҙҙең ауылға (ул ваҡытта – Әлшәй районының Яңы Абдрахман ауылы) һуғылып, атай-әсәйемдең йортонда булып киткән. Төпкөлдә ятҡан бәләкәй генә төйәк халҡының күңелендә был, әлбиттә, ҙур ваҡиға булып уйылып ҡалған. “Арба юлы буйлап һыртҡа табан теҙелешеп менеп киттеләр”, тип иҫкә ала торғайны әсәйем. Әхмәҙулла абзыйым, тураға тартып, командаһын үҙе генә белгән юлдан уҙғарғандыр, күрәһең. Йәнә шуны ла әйтеп үтәйем: беҙҙең өйҙөң ҡыйығы аҫтында ҡалын зәңгәр ҡәләм менән велойөрөштөң маршруты һыҙылған Башҡортостан карталары һаҡлана ине. Үкенескә ҡаршы, һуғыш ваҡытында ҡағыҙ булмағанлыҡтан, уларҙан дәфтәр яһап, әләф-тәләф итеп бөткәнбеҙ.
Әхмәҙулла абзыйымдан ҡалған ҡағыҙҙар араһында республика гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан бер нисә мәҡәлә һаҡланған. Мәҫәлән, “Ленинсе” гәзитенең 1935 йылғы 12 август һанында “Урал тауҙары, урман һәм йылғалар аша” тигән дөйөм баш аҫтында велойөрөштә ҡатнашҡан Әхмәт Шәкүров, Исхаҡ Сөндөков һәм А. Сәмитовтың портреттары урынлаштырылған, сәйәхәтселәр юл тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. Ғөмүмән, спорт донъяһындағы был ваҡиғаға республикала иғтибар арыу уҡ ҙур булғандыр, күрәһең. Уның энциклопедияла телгә алыныуы ла шуны раҫлай.
Әхмәт Шәкүров “Красная Башкирия” гәзитенең 1935 йылғы 11 август һанында баҫылған “Велосипедта – 2 500 километр” тигән мәҡәләһендә велосәйәхәт тураһында ошолай бәйән итә: “30 июндә старт алдыҡ. Көндөҙгө сәғәт өстә — ҡояшлы аяҙ көн ине — марш тауыштары яңғыраны. Өфө хеҙмәт­сәндәре беҙҙе оҙатып ҡалды.
Шулай итеп, беҙ юлда. Ошо уҡ көндә 60 километр юл үтеп, Ҡырмыҫҡалыға барып еттек. Тәүге көндәрҙә ауыр булды, арыта ине, ә артабан өйрәнеп киттек, көн режимына күнегеп алдыҡ.
Беҙгә 25 эш көнөндә алдан билдәләнгән маршрут буйынса 2 500 километр юл үтеү бурысы ҡуйылғайны. Уны 22 эш көнөндә, уртаса йөҙәр саҡрымдан ашыу юл үтеп, бик ауыр шарттарҙа үтәнек. Көндәр ямғырлы булып китте. Ҡырҡ урында туҡтап, ВКП(б) Үҙәк Комитетының һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының июнь пленумы тураһында әңгәмәләр үткәрҙек…”
Ул йылдарҙа республикала юлдар бик насар була. Йылайыр һәм Күгәрсен райондарында Йылайыр, Һаҡмар, Оло Эйек йылғаларын, күперҙәр булмау сәбәпле, кисеп сығырға тура килә. Әммә барыбер Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәте сәйәхәтсе­ләрҙе таң ҡалдыра. Красноусольскиҙағы быяла, Белореттағы металлургия заводтары, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы алтын приискылары, Ишембай нефть промыслалары, Благовещен, Өфө моторҙар эшләү заводтары менән танышыу онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра. Спортсылар өс көн буйы Магнитогорскиҙа булып, илдең металлургия гиганты, Магнит тауы, ҡаланың тормошо менән таныша. Бында улар Ленинградтан 12 000 километрлыҡ сәйәхәткә сыҡҡан бөтөн армия велойөрөшөндә ҡатнашҡандар менән осраша.
80 йыл элек бына шундай ҡыҙыҡлы сәйәхәттә йөрөп ҡайта Ҡ.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының дүрт уҡыу алдынғыһы – ГТО һәм “Ворошиловса атыусы” значоктарын алған комсомолецтар Әхмәт Шәкүров, Искәндәр Ҡоҙашев, Исхаҡ Сөндөков һәм А. Сәмитов. Абзыйыма ул саҡта 20 йәш була. Ул 1938 йылдың декабренән 1946 йылдың сентябренә тиклем илдең Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеп, дүрт йыл буйы фронттың алғы һыҙығында булып, һуғышты артиллерия полкы штаб начальнигының беренсе урынбаҫары вазифаһында тамамлай. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән наградлана. Яуҙан һуң тарих уҡытыусыһы, мәктәп директоры булып эшләне. Әхмәт Шәкүров 1984 йылда 69-сы йәшендә Октябрьский ҡалаһында баҡыйлыҡҡа күсте.