Хәйерле юл һиңә, “бриллиант”!

28-11-2015, 01:05 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Хәйерле юл һиңә, “бриллиант”! “Бриллиант”тың кем икәнен көйәрмән яҡшы белә. “Салауат Юлаев”тың 4-се һанлы һаҡсыһы ул. Йәл, был аҙнала клуб иң оҙаҡ уйнаған хоккейсыларының береһе менән хушлашты.

Кирилл Кольцов ябай кеше түгел. Йомо­ғораҡ, ҡырыҫыраҡ хо­лоҡло, тренер­ҙар ме­нән аң­лаш­май китә, хә­бәрсе­ләргә бер ҡасан да интервью бир­мәй. Әммә боҙға сыҡһа, оҫ­та­лығы менән барыһын хайран итә. Уның кеүек шәп техникалы спортсылар хоккейҙа күп түгел. Талапсан көйәрмән шуға ла Кирил­лды аҫыл таш гәүһәргә тиңләп, “бриллиант” тип йөрөтә, холҡон­дағы етешһеҙлектәренә күҙ йома...
Бына әле лә профессиональ хоккейсылар өсөн ғәҙәти булған яңы­лыҡ ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Кем­дер уны быйыл насар уйнауҙа тәнҡитләһә, күптәр бер нимәгә ҡа­рамай яҡланы. Битарафтар ғына булманы, тимәк, Кольцов – шәхес. Афарин, рәхмәт уға!
...Кириллды оҙатҡас, юлаевсылар Себер яҡтарына сәфәр сыҡты. Новокузнецкиҙың “Металлург”ы баш­лыса йәш, тәжри­бәһеҙ хоккей­сыларҙан тора. Аптырайһы түгел, инде нисәмә йыл ун­да­ғы таланттар баш­ҡа байыраҡ коман­да­лар­ға китә бара.
Был матчта ошо хәл үҙен шунда уҡ һиҙҙерҙе. “Салауат Юлаев” уйынды нисек теләй, шу­лай ҡорҙо. Тәүге ике осор­ҙа иҫәпте 4:1 иткәс кенә “теҙгенде бушатты”. Артем Чернов менән Максим Майо­ров, ниһайәт, үҙ иҫәптәренә тәүге голдарын яҙҙы. Әлбиттә, хужалар бирешергә теләмәне, шулай ҙа һөҙөмтә беҙҙең файҙаға булды (4:2).
Бөгөн юлаевсылар Ҡаҙағстан­да көс һынаша. Ҡыҫҡаһы, тормош дауам итә. Ә Кольцовтың яңы ко­мандала артабан да көйәрмән­дәрҙе ҡыуандырыуын теләйек.