Беҙҙекеләргә нимә етмәй?

10-01-2017, 01:11 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Көс-ҡеүәтме, әллә характер ныҡлығы, ихтыяр көсөмө? Илке-һалҡы ғына уйнайҙар кеүек. Йә инде, хатта ҡапҡасыларыбыҙ ҙа ышаныслы түгел. Юлаевсыларҙы әйтәм...
Яңы йыл алдынан Магнитогорскиҙың “Металлург”ынан еңел­деләр (3:5). Бәлки, байрамдан һуң ипкә килерҙәр тип өмөтләнде көйәрмәндәр. Юҡ шул, Түбәнге Камала “Нефтехи­мик”ка буллит буйынса бирештеләр (0:1). Ярай әле Ҡазанда “Аҡ Барыҫ”ты шул уҡ буллиттарҙа отоп ҡуйҙылар (2:1). Артабан Тольяттиҙа “Лада”нан 2:4 иҫәбенә ҡыйратылдылар.
Тәжрибәле хоккейсыларыбыҙ бар. Ләкин уларға оҫталыҡ, тиҙлек етешмәгәне күҙгә салына. Ә бит дәғүәсе ҡапҡаһына тө­бәп шайбаны аҙ ташламайҙар. Һөҙөмтәлә ҡаршы яҡтың ҡапҡа­сыһы шәп булып күренә. “Нефтехимик” менән дә, “Лада” менән дә хәлдәр шулай булды.
Бәлки, сосораҡ, етеҙерәк йәш уйынсыларыбыҙҙың етешмәүе һиҙелгәндер был осрашыуҙарҙа. Ни тиһәң дә, “Салауат Юла­ев”тың бер нисә вәкиле Канадала уҙған йәштәр командалары араһындағы донъя чемпионатына киткәйне. Илебеҙ йыйылма командаһы ағзалары унда бронза миҙалдар яуланы. Ә юлаев­сыларҙан Кирилл Капризов – иң күп гол индергән мәргән уйын­сы, Михаил Воробьев иң күп һөҙөмтәле пас биргән хоккейсы булып танылды.
Бөгөн Мәскәүҙең “Спартак” командаһына ҡаршы алышта ошо ике егетебеҙ көйәрмәндәрҙең барлыҡ һорауҙарына яуап бирер, моғайын. Һөҙөмтәле пастары һәм матур голдары менән.