Ишембайҙарҙың биле ныҡ!

10-01-2017, 02:48 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Ишембайҙарҙың биле ныҡ! – Күтәр!
– Аҙым яһа!
– Техниканы ҡара!
– Афарин!
Ике келәмгә һибелгән ҡыҙыу көрәштә бер үҫмерҙең дә бил биргеһе килмәй. Алыш ҡыҙғандан-ҡыҙа, көрәшселәр бер-береһен күтәреп ырғытып ҡына тора.

Бына шундай дәртле орандарға, сәмгә һәм ыңғай хистәргә мансылды Ишембай нефть колледжында 1999–2001 йылғы егеттәр араһында үткән көрәш бәйгеһе. Асыҡ турнир ошо уҡ районда тыуып үҫкән ирекле көрәш һәм самбо буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин призына ойошторолдо.
Нурулла ағайҙы көрәш менән ҡыҙыҡһынғандар араһында белмәгән кеше юҡтыр. Ҡасандыр башҡа көрәшселәр уның янына ла барырға ҡурҡҡан төркмән бәһлеүәне Домбаевты күтәреп ырғытҡан батыр бит ул! Хәйер, милли көрәште үҫтереүҙә келәмдә булған сағында ғына өлөш индермәй өс тапҡыр ил чемпионы исеменә лайыҡ булған яҡташыбыҙ, бөгөнгәсә үҙе чемпиондар тәрбиәләй. Шуға бындай мәртәбәле бәйгегә бил һынарға тип республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан йәштәр ашығып килеп етте. Майҙан хужаларынан тыш, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Мәләүез, Ауырғазы, Әлшәй, Бишбүләк спортсыларын да күрергә була ине.
Нурулла Кәлимулла улы үҙе:
– Һиҙеп торам, егеттәр йылдан-йыл оҫтара, билдәре нығына. Әлбиттә, әлегә хәүефһеҙлек техникаһы аҡһай, әммә иң мөһиме – уларҙың көрәшергә сәме бар, – тине, сараны баһалап. – Ләкин эш егеттәрҙә генә тормай, көрәшселәрҙе дәртләндерә лә белергә кәрәк. Әлеге бәйге миҫалынан сығып әйткәндә лә, Ишембай нефть колледжында, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжында, Стәрлетамаҡтың Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла, Стәрлебаш районында, мәҫәлән, был эштең ырамлы барғаны күренә.
Ишембайҙарҙың биле ныҡ! Һәр бәйге-ярыштың, уйындың үҙ һөҙөмтәһе, үҙ еңеүсеһе бар. Егеттәр нисек кенә тырышмаһын, майҙан хужаларының биле ныҡ булып сыҡты – Ишембай нефть колледжы командаһы беренселекте яуланы. Шулай ҙа ошо тиклем тырышҡан йәш кенә батырҙарҙың һәммәһен дә чемпион тип атағы килә. Һәр хәлдә, киләсәктә был исемгә лайыҡ булыуҙарын теләргә ҡала. Ни тиһәң дә, башланғыс бар…