Һәр береһе – еңеүсе
Һәр береһе – еңеүсе – Шәберәк, шәберәк!
– Афарин!
– Ҡотлайбыҙ!
Ана шулай бер-береһен ҡеүәтләгән ауаздарҙан биш көн буйы Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт майҙансыҡтары гөрләп торҙо. Бында Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған юғары уҡыу йорттарының уҡытыусылары, хеҙмәткәрҙәре араһында “Һаулыҡ” VIII Бөтә Рәсәй спартакиадаһы сәмле барҙы.

Бәйгелә 24 команда спорттың һигеҙ төрө буйынса көс һынашты.
Мәҫәлән, саңғыла уҙышыу буйынса ир-егеттәр араһынан БДАУ-ҙан Риф Абдуллин иң етеҙе булып танылһа, икенсе урында – Ростовтан килгән Дмитрий Цыганов. Өсөнсө урынды Һарытауҙан Александр Милехин яуланы. Ярыштың һәр төрөндә тиерлек хужалар тәүге урындарҙы ала барып, көйәрмәндәрҙе ҡыуан­дырҙы.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк: күптәрҙең Башҡортостанға тәүге тапҡыр килеүе. Саха (Яҡут) Республикаһынан килгән ҡунаҡтар:
– Өфө шул тиклем оҡшаны, матур ҡала. Ә тәбиғәт һеҙҙә иҫ киткес йомшаҡ һәм күркәм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Бына көсөргәнешле алыштың һуңғы көнө етте. Ярышты шөһрәтле спортсылар, хатта олимпия чемпиондары ғәҙел баһаланы. Йөҙөү буйынса олимпия чемпионы Вениамин Таянович, үҙенең кисерештәре менән уртаҡлашып:
– Һәр береһе яҡшы әҙерләнгән, – тине.
Спартакиаданың еңеүсеһе булып яҡташ­тарыбыҙ – Башҡорт дәүләт аграр универ­ситетының йыйылма командаһы танылды. Икенсе урынды – Һарытау, өсөнсөнө Һамар ҡалаһы вәкилдәре алды.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов, барлыҡ спортсыларҙы ҡотлап: “Был байрам Ауыл хужалығы министрлығына ҡараған вуздарҙа ғына ойошторола. Бында һәр беребеҙ еңеүсе. Халыҡтарҙы берләштергән, сәләмәт йәшәү өлгөһөн күрһәткән ошондай байрамдар артабан да дауам итеренә ышанам. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт!” – тине.
Автор: И. ХАҠОВ.