“Тамыр” бәйгегә саҡыра!

8-03-2017, 03:57 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
“Тамыр” бәйгегә саҡыра! Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың бай рухи мираҫының ҡото ҡайта, милли кәсеп-шөғөлдәребеҙ тергеҙелә, яңы заманса төҫ ала, улар милли асылыбыҙҙы, тәрән тарихи тамырҙарыбыҙҙы барларға ярҙам итә. Баш ҡалабыҙҙа, төрлө райондарҙа “Мәргән уҡсы” фестивале менән берлектә ойошторолған төрлө саралар – ошоға асыҡ миҫал.
Билдәле булыуынса, быға тиклем традицион уҡ атыу бәйгеһе республика кимәлендә өлкәндәр араһында ғына ойошторолдо. Ә 29 мартта иһә баш ҡалабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының кубогына традицион уҡ атыу буйынса ярыш үтәсәк. Бәйге – “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының 25 йыллыҡ юбилейына бәйле йәш быуын өсөн ойошторолған күркәм сараларҙың береһе. Уны ойоштороусы “Любизар” беренсе башҡорт атлы полкы” республика йәмәғәт ойошмаһы (хәрби-тарихи клубы), “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы халҡыбыҙҙың милли бәйгеһе – уҡ атыуға ҡыҙыҡһыныуы һәм оҫталығы булған үҫмерҙәрҙе көтә.
Халҡыбыҙҙың борондан бала тәрбиәләү буйынса үҙ алымдары булған. Һәр халыҡтың тәрбиә мәктәбе милли йолалар, ауыҙ-тел ижады, төрлө уйындар ярҙамында балаларҙы күп яҡлы үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Булыр бала – биләүҙән, тип тә юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Балалар бишек йырҙары, әкиәттәр тыңлап, йомаҡ-һынамыштар, тиҙәйткестәр әйтеп үҫкән. Уҡ атыу ҙа – физик һәм рухи тәрбиә биреү алымдарының бер сараһы.
Борон ярым күсмә тормош алып барған башҡорттар 4-5 йәшлек балаларын атҡа һыбай ултыртҡан, бәләкәйҙән уҡ атырға өйрәткән. Йыйын-бәйгеләрҙә ҡатнашыр батыр егеттәр, сая ҡыҙҙар бәләкәйҙән ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға өйрәнгән, бөгөнгө замандан айырмалы рәүештә, төрлө хәрәкәтсән уйындар уйнап, сос, теремек булып үҫкән. Бөгөн уҡ атыу, бер яҡтан, милли уйын, икенсе яҡтан, спорт төрө булараҡ рухи һәм физик үҫешкә булышлыҡ итә. Был туранан-тура милли тәрбиә мәсьәләләренә ҡағыла һәм үҫеп килгән яңы быуында илһөйәрлек сифаттарын, милли йөҙ, милли ҡеүәт барлығын билдәләй.
Быуаттар буйына тупланған халыҡ тәжрибәһе, халыҡ аҡылы киләһе быуынға күркәм тәрбиә биреү ҙә үҙ урынын табыр. “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы кубогына үткәреләсәк традицион уҡ атыу бәйгеһе лә үҫеп килгән йәш быуынды милли мөхиттә тәрбиәләүҙең яҡты ниәтле, уңышлы алым һәм күркәм сараларҙың береһе булыр.
Март аҙағында үтәсәк бәйге тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте “Бәйләнештә” селтәренең https://vk.com/mergenyk төркөмөндә табырға мөмкин.