Биле ныҡтың иле ныҡ Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә “Самбоны – мәктәпкә” федераль программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Проектта 400 самаһы мәғариф учреждениеһы ҡатнаша, шуларҙың 22-һе – Башҡортостандан. Исемлектә балалар спорт мәктәптәре лә бар.
Самбо – СССР-ҙа булдырылған көрәш төрө, үҙеңде ҡоралһыҙ килеш яҡлауҙың комплекслы системаһы. Ул кеше күңелендә әхлаҡ, ватансылыҡ, гражданлыҡ сифаттары тәрбиәләүҙе һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгән. Самбоның нигеҙенә бай тормош тәжрибәһе һалынған. Был спорт төрө менән шөғөлләнгәндәргә ихтыяр көсө, сыҙамлылыҡ, ҡаҡшамаҫ рух хас. Ә ундай сифаттар ир-ат өсөн айырыуса мөһим. Самбо шулай уҡ тәртипкә, маҡсатҡа өлгәшеү юлында һис ниндәй ауырлыҡ алдында ла туҡтап ҡалмаҫҡа өйрәтә.
Спорт төрөнөң ошо һәм башҡа өҫтөнлөктәрен күҙ уңында тотоп, уны уҡытыу программаһына индереү мөһимлеге хаҡында 2010 йылда уҡ һүҙ йөрөй башлай. Тап шул осорҙа “Самбоны – мәктәпкә” проектын булдырыу тәҡдиме яңғырай. Физкультура буйынса уҡытыу программаһына ошо көрәш элементтарын өйрәнеү өсөн сәғәттәр бүленгәнлектән, самбоны шунда индереп ебәреү мөмкинлеге асыла. Үрнәк рәүешендә Япониялағы тәжрибә өйрәнелә: унда уҡыусылар һигеҙ йыл дауамында дзюдо алымдарын өйрәнә, һөҙөмтәлә үҙ көсөнә ышаныстары арта, күңелдәренә илһөйәрлек тойғоһо һалына. Ә Рәсәйҙә был маҡсат өсөн иң ҡулайлыһы – самбо. “Уны ил халҡы милли ҡаҙаныш кеүек ҡабул итергә, йәш быуын тарихын өйрәнергә, ғорурланырға тейеш”, – тип белдерә проекттың эш төркөмө ағзаһы, Бөтә Рәсәй һәм Европа самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев. Билдәле, үҙ-үҙеңде яҡлау алымдарын белеү һәр кем өсөн мөһим. Белгестәр әйтеүенсә, мәктәп программаһында уҡыусыларҙы көрәшергә, бер-береңде күтәреп һуғырға өйрәтеү ҡаралмаған. Дөрөҫ ҡолау, ҡаршылыҡтан ҡотолоу, киҫкен осраҡтарҙа үҙеңде тотоу алымдары үҙләштерелә. Әгәр ҡайһы бер балаларҙа спорт төрө менән төплөрәк шөғөлләнеү теләге тыуа икән, был мөмкинлек тә тыуҙырыласаҡ.
2010/11 уҡыу йылында Мәскәүҙең ун мәктәбендә яңы программа буйынса әүҙем эш башлана. Самбо нигеҙҙәрен өйрәтәсәк физкультура уҡытыусыларына белемен камиллаштырыу, семинарҙарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙырыла. Тәжрибә тиҙ арала киң майҙан яулап, баш ҡаланың 60 самаһы мәктәбенә индерелә. Самбо менән шөғөлләнгән уҡыусыларҙың дөйөм физик әҙерлек кимәле күтәрелеүе, спорт төрөнә йәш быуындың күпләп ылығыуы асыҡланғас, проектты ил төбәктәрендә лә тормошҡа ашыра башларға ҡарар ителә. Тармаҡ белгестәренең тәҡдиме Президент Владимир Путин тарафынан хуп­лау таба.
Ағымдағы уҡыу йылында Башҡортостандың Мәғариф министрлығы бойороғо менән “Самбо нигеҙендә физик тәрбиәнең интегратив курсы” белем биреү программаһының яҡынса өлгөһөн тикшереп ҡарау һәм “Самбоны – мәктәпкә” проектын тормошҡа ашырыу буйынса юл картаһы ҡабул ителде. Алда әйтеп үтелгәнсә, әле республиканың 22 белем биреү учреждениеһы тәжрибә эшендә ҡатнаша.
– Әле беҙҙә самбо менән ике меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Уларҙың 1400 самаһы – мәктәптәрҙә, ҡалғаны – өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, – тип белдерҙе ведомство етәксеһе Гөлназ Шафиҡова.
Уҡыусылар самбо алымдарын физкультура дәрестәрендә, уҡыуҙан тыш ваҡытта, секцияларҙа, мәктәптең спорт клубтарында өйрәнә. Мәҫәлән, Учалы районында был спорт төрө кадет кластарында ныҡлы үҙләштерелә. Өфөнөң 127-се мәктәбендә иһә физкультураның бер сәғәте самбо өсөн бүленгән. Туймазы районының Собханғол мәктәбендә дәрестән тыш төркөмләп шөғөлләнәләр. Республика буйынса дөйөм алғанда, самбо өсөн утыҙға яҡын спорт һәм тренажер залы файҙаланыла. Проектта Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Сибай ҡалалары, Бүздәк, Учалы, Туймазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы, Баҡалы, Стәрлебаш райондары мәктәптәре ҡатнаша.
Республикала самбо секциялары уңышлы эшләй, уларҙа меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Ҡаҙаныштар ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр Туймазы ҡалаһынан Лилиана Сәлимйәнова Рәсәй беренселегендә еңеү яулаған, Волга буйы федераль округы беренсе­легендә призер булған, Румынияла үткән донъя кимәлендәге ярышта үҙ ауырлығы категорияһында чемпион исемен алған.
2016/17 уҡыу йылында самбо элементтары “Президент ярыштары” Рәсәй программаһына команда зачетында өҫтәмә төр булараҡ индерелде.

Илгиз СӘҒӘҘИЕВ, ҡул һуғышы, универсаль алыш, самбо буйынса спорт мастеры, Рәсәй Эске эштәр министрлығы чемпионаты еңеү­сеһе:
– Физкультура дәрестәре һәр яҡлап үҫеште, физик әҙерлекте тәьмин итеү, һаулыҡты һаҡлау, көндәлек тормоштағы мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү кеүек бурыстарҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Ләкин, минеңсә, ил мәктәптәрендә әлегә ҡәҙәр был маҡсат тулы кимәлдә тормошҡа ашырылманы. Йәш быуын вәкилдәре һаулығының ҡәнәғәтләндерерлек булмауы, күптәрҙең тән генә түгел, йән сәләмәтлегенең дә ҡаҡшай барыуы, Ватанды һаҡлау бурысын үтәргә ашҡынып тормау, сит илдәргә йәшәргә китергә ынтылыу – ошо һәм башҡа күренештәр тәрбиәнең тейешле кимәлдә ҡуйылмауына ишара. Өҫтәүенә малайҙарҙың байтағы үҙен дә яҡлай алмай. Киләсәктә нисек йәшәр һуң улар? Кәрәк саҡта тыуған илен, ғаиләһен ҡурсалай алырмы?
Йәмғиәттә лә бит үҙ урыныңды табыу мөһим. Самбо иһә бөтөн яҡлап әҙерлекте тәьмин итә. Уны мәктәп программаһына индереү, һис шикһеҙ, хәл ителергә тейешле барлыҡ мәсьәләләрҙе яйға һалыр тигән ышаныстамын. Ғөмүмән, балаларҙың физик әҙерлек кимәлен күтәреү өсөн яңы алымдар күптән кәрәк ине. “Самбоны – мәктәпкә” проекты был йәһәттән бик урынлы тормошҡа ашырыла башланы.