Үҫеш талап иткән тармаҡ

19-04-2017, 03:49 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Үҫеш талап иткән тармаҡ Районда туризмдың йылдам үҫешенә, һис шикһеҙ, тәбиғәттең матурлығы, урындағы рельефтың үҙенсәлекле булыуы булышлыҡ итә. Шуға ла Ҡариҙел районына килгән сәйәхәтселәрҙең һаны йылдан-йыл арта.
Мәҫәлән, 2016 йылда был һан 300 меңгә еткән. Районда спорт һәм туризм ныҡлап үҫешкән. Бигерәк тә “Йондоҙло” физкультура-һауыҡтырыу комплексынан, “Һыу каналы”, “Өс айыу янында”, “Өс ташбаш”, “Урман”, “Альбертта” ял базаларынан йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Яңыраҡ асылған комплекстар ҙа һынатмай. Райондың Шамрат ауылын­дағы “Альфа” сәйәхәт базаһы 2015 йылда ғына асылһа ла, район туризмына ярайһы ғына уңыш килтергән. Шуныһы шатлыҡ­лы: үҙҙәрен туризм өлкәһендә һынап ҡарарға теләгән эшҡыуарҙар йылдан-йыл арта, ә инде быға тиклем эшләп килгәндәре сифатты һәм тағы ла яңы төр ялдарҙы арттыра.
Әлбиттә, төбәктә туризм индустрияһын үҫтереү йүнәлешендә башҡараһы бурыс­тар байтаҡ. Шуға ла бөгөнгө көндә Ҡариҙел районында Туризмды үҫтереү буйынса программа ҡабул ителгән, инвесторҙар өсөн дә төрлө юҫыҡтағы эшлекле тәҡдимдәр әҙерләнгән.