Донъя Башҡортостан менән таныша

12-05-2017, 03:45 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Башҡортостанға туризм тураһында яҙған журналистар һәм яҙыусыларҙың халыҡ-ара федерацияһы — FIJET вәкилдәре килде. Улар — федерация президенты Тиджани Хаддад (отельер һәм туризм буйынса журналды нәшерләүсе, Тунистың элекке туризм министры, туризм буйынса Урта диңгеҙ ассоциацияһы вице-президенты), журналист һәм FIJET-Мысыр вице-президенты Сәләхетдин Аттия Әбделхәмид Сәлех, серб телевидениеһы хеҙмәткәре Каменко Миленкович, FIJET-Рәсәй генераль секретары Наталья Тарасенко.
Ҡунаҡтар республиканың туристик ҡеүәте менән танышты. Делегация Нарыҫтауҙа, “Башҡортостан” милли паркында, Мораҙым тарлауығында, Шүлгәнташ ҡурсаулығында булды. Өфөлә улар ҡаланың конгресс мөмкинлектәре менән танышты, концерт ҡараны, археология һәм этнография музейында, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында, сауҙа үҙәктәрендә булды.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортында ҡунаҡтар Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов менән берлектә матбуғат конференцияһы үткәрҙе. Улар сәйәхәт хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты, республиканың халыҡ-ара туризм өлкәһендә ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә булыуын билдәләне. “Башҡортостан — Рәсәйҙең үҙенсәлекле һәм ҡыҙыҡлы төбәге”, — тине һәм республиканы танытыуҙа ярҙам күрһәтеү ниәтен белдерҙеләр. Улар шулай уҡ ҡунаҡсыллыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу йәһәтенән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер.