Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы эргәһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында спорт туризмы буйынса сираттағы ярыштар үтте. Был сара йыл һайын уҙғарыла.

Ҡатнашыусылар катамарандарҙа, йәйәүлеләр туризмы трассаһында һәм урында юл таба алыу буйынса ярышты. Спорт программаһынан тыш, лагерҙар конкурсы һәм “Тәмле ял” кулинарҙар бәйгеһе ҡаралғайны. Сарала республиканың бөтөн райондарынан да командалар ҡатнашты.