Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡон

7-07-2017, 08:04 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡонКүптән түгел республикала инвалидтар араһында спорт туризмы буйынса чемпионат тамамланды.

20 – 23 июндә Ләмәҙ йылғаһы ярына 20 команда, йәғни 100-ҙән ашыу кеше, рух ныҡлығын һынап ҡарарға тип турслетҡа йыйылды.
Ярыштар дүрт йүнәлеш буйынса барҙы. Спортсылар һыуҙа, йәйәүлеләр туризмы юлында, тәғәйен урында йүнәлеште бил­дәләү йәһәтенән һәм коляскалар­ҙа көс һынашты. Һауа шарттары трассаларҙы тағы ла ҡатмарлаш­тыра төштө, әммә ярышта ҡатна­шыусылар ҙа, тамашасылар ҙа баҙап ҡалманы.Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡон
Ләмәҙ ҡырыҫлығын күрһәтте: тулы һыулы йылғала ағым да көслө ине. Трассалағы ҡапҡа­ларҙы, спортсылар ултырған катамарандарҙы тәғәйен маршруттан бер нисә тапҡыр ағыҙып алып китте йылға. Ағымға ҡаршы йөҙөү ҙә еңелдән булманы. Тамашасылар һәр команданы борсолоп күҙәтте, туҡтауһыҙ дәрт­ләндерергә тырышты. Һыу юлында еңеп сығыу өсөн туристарға бар оҫталығын күрһәтергә, ҙур тырышлыҡ һалырға тура килде. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойош­маһына ингән Иглин район бүлексәһе командаһы яуланы.
Йәйәүлеләр туризмы трас­саһын үтеү ҡыйынға тура килде. Урманда көслө ямғыр ҡойғайны. Коляскалар һәм костылдәр ергә батты, дымлы арҡандар шыу­ғалаҡ ине. Ҡатнашыусылар бер-береһенә ярҙамға ашыҡты. Коляс­калағыларҙы күтәрҙеләр, ҡулдары көсһөҙ булғандарҙы карабин менән тәьмин иттеләр. Был йүнәлештә лә иглиндәр алдынғылыҡты бирмәне.Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡон
Коляскаларҙа ярышыу айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Бында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Руслан Хәлилов, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Күгәрсен командаһы өсөн сығыш яһаған Зинира Садиҡова беренсе урынды алды. Йөрәктә – дәрт, күҙҙә – осҡон
Кискә табан һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр ара­һын­да уҙғарылған туризм буйынса чемпионатты ябыу танта­наһы үтте, еңеүселәр бүләкләнде. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса командалар араһында беренсе урын иглиндәрҙә, икенсе – Өфө йорт-интернатында, өсөнсө урын – күгәрсендәрҙә.
Туризм буйынса ярыштарҙан тыш төрлө бәйгеләр ойошторолдо. Лагерҙар конкурсында – Бай­маҡ ҡалаһы һәм районы бүлек­сәһе, ә поход аш-һыуҙары конкурсында Благовещен районы бүлексәһе беренсе урынға лайыҡ булды. Турслет дискотека менән тамамланды.