“Тимер ат”лы парад... Тәбиғәт үҙ эшен яҡшы белә: таң менән асфальт юлдарҙы ялтыратып йыуып та ҡуйған. Ошо матурлыҡҡа ҡарап шат Ҡояштың йөҙө балҡый, уның нурҙары кешеләрҙең күҙҙәрендә сағыла. Был ниндәй көн һуң, тиһегеҙме? Халыҡ менән тәбиғәттең килешеп, тантана иткән мәле! Атап әйткәндә, велосипедсылар етенсе тапҡыр Өфө урамдарына үҙенсәлекле парадҡа сыҡты.


“1000 велосипедсы” тип аталған сара быға тиклем Халыҡ-ара велосипедсылар көнө айҡанлы үткәрелеп килде. Рәсәйҙә ул май айының һуңғы ял көнөнә тура килә. Быйыл иһә, көндәр ямғырлы булыу сәбәпле, сара күсе­релә-күсерелә килеп, исемен дә үҙгәртте. Был юлы ул “I BIKE UFA” тип аталды.
Сара Өфө хакимиәте ҡаршы­һындағы Ленин май­ҙанынан старт алды. Башта төрлө уйындар ойошторолдо. Иң матур кейемле велосипедсылар билдәләнде. Улар араһында төрлө “йәнлек”тәр, әкиәт һәм кино геройҙары ла бар ине.
“Тимер ат”лылар “ғәскәрен” быйыл да республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов етәк­ләне. Йыйылыусылар алдында сығыш яһап, ул велоси­педсыларҙы байрам менән тәбрик­ләне, спортҡа, сәләмәт тормош менән йәшәргә саҡырҙы.
– Беҙҙе был майҙанға бер­ҙәмлек, дуҫлыҡ, туғанлыҡ хис­тәре йыйҙы, – тине ул. – Барығыҙҙы ла бөгөнгө байрам менән ҡотлайым, рухи күтә­ренкелек теләйем. Беҙҙең “тимер аттар”ыбыҙ һөрлөкмәһен һәм уларҙы йыш йүнәтергә тура килмәһен.
Байрам сараһы баш ҡала урамдары буйлап уҙып, Конгресс-холл янындағы май­ҙанда тамамланды. Ун саҡ­рым юлды велосипедсылар бер сәғәттә үтте. Улар ара­һында балалар бишеге ҡу­йылған, эттәр ултыртҡан, бер тәгәрмәсле велосипедтар ҙа, самокаттар ҙа бар ине.
Байрам сараһы барышында Рөс­тәм Хәмитов велосипедсылар хәрә­кәтенең әүҙем ағзалары менән ҡала­ла велосипед инфраструк­тураһын үҫтереү тураһында фекер алышты.
– Ҡалаларҙа велосипед юлдары, уларҙы ҡуйыу урындары етмәй, – тине республика Башлығы. – Бөгөн меңдәрсә кеше велосипед инфра­структураһы менән ҡәнәғәт түгел. Беҙҙең мэрҙар вәғәҙә бирә, әлбиттә. Улар вәғәҙәлә­рен үтәр тип ышанам. Был йәһәттән Өфө генә түгел, рес­публикабыҙҙың башҡа ҡала­ла­ры ла эштәрен йәнлән­дерергә тейеш.
Велосипедсылар фестивале Рә­сәй тормошонда ҙур ваҡиға булып тора һәм республиканан ситтә лә киң танылыу яуланы. Унда туристар, төрлө ҡалаларҙан ойошҡан делегациялар, ғөмүмән, телә­ге булған һәр кем ҡатнаша ала. Сараның төп маҡсаты – ха­лыҡ­ты сәләмәт тормош алып барыуға ылыҡтырыу, матур ял ойоштороу.