Мәргән табип – Кил, әйҙә, миңә ҡарап баҫ, сәп һул яҡта, уның яғына башыңды ғына бор. Ана шулай. Хәҙер һул ҡулыңды һуҙ. Керешен өс бармаҡ менән генә тартабыҙ, шуға сәтәкәй бармағыңды бөклә, усыңды битеңә терә. Ҡурҡма, эйе, ана шулай. Уҡты ошонда ҡуй ҙа төҙә. Булды, хәҙер керешен тарт та ысҡындыр... Ана бит, булдырҙың, афарин! – быйылғы район һабантуйындағы “Уҡ атыу” майҙансығын ҡарарға килеүселәргә был күренеш таныш. Ул көндә ҡулдарына уҡ алырға теләгәндәр, айырыуса балалар бихисап ине. Һәр кемгә спорт төрөнөң серҙәренә тыныс ҡына төшөндөргән һәм дәртләндергән милли кейемдәге егет яҡташыбыҙ Юныс Хәбибуллин икән.

Юныс Ильяс улы Ҡырмыҫҡалы ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе класты тамамлағас, Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылына күсенеп китәләр. Атаһы Ильяс Ғайса улының юлынан барырға теләп, табип һөнәрен һайлай егет. Ошо хыялын тормошҡа ашырырға теләп, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, ә дүртенсе курстан һуң белем алыуын Һамар хәрби-медицина университетында дауам итә. Псков ҡалаһында һауа-десант ғәскәрҙәренең 76-сы гвардия десант-штурмлау дивизияһында ил алдындағы бурысын үтәй. Әлеге көндә Башҡортостан дәүләт медицина университетының шифахана-профилакторийында эшләп йөрөй табип. Кардиолог, рефлексотерапевт кеүек һөнәрҙәргә эйә булған белемгә ынтылыусан егет.
Хәрби табип һәм уҡсы – бер-береһен бәйләп булмаҫ төшөнсәләр кеүек. Был спорт төрөнә нисек килә һуң ул?
– Дуҫым – профессиональ фотограф Эрнест Ураҡов уҡ һатып алырға тәҡдим иткәс, бер аҙ аптырап ҡалһам да, риза булдым, сөнки ҡулыма тотҡан әйбер түгел ине. Уҡ-янды алып, Айҙар Бакировҡа килдем. Уның йорто ихатаһындағы бесәнгә атып ҡараныҡ. Өс уҡ күбә эсенә инеп юғалды, – тип көлә Юныс, уҡты тәүге тапҡыр ҡулына алыуын иҫенә төшөрөп. – Һуңынан яңыларына заказ биреп, ике-өс аҙнала көтөп алдым. Шулай мауығып киттем.
Яҡташыбыҙ Пермь ҡалаһында 3D-атыш буйынса Рәсәй кубогының беренсе этабында икенсе урынды яулай, Ишембай районындағы Торатау итәгендә үткән Килмәк Нурышев кубогында иһә беренсе урынға лайыҡ була! Ә Өфөлә үткән ярышта икенсе урынды ала. Шулай махсус приз – ҡурай менән бүләкләнә. Бында сәптәге уҡҡа тейҙереү буйынса ла конкурс була. Юныс был шартты тәү атыуҙан уҡ үтәй. Учалы районында “Мәргән уҡсы-2017” бәйгеһендә лә һынатмай яҡташыбыҙ – икенсе урынға сыға. Екатеринбург ҡалаһында уҡтан атыу буйынса Рәсәй финалында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә уға.
Декабрь айынан ғына ныҡлы шөғөлләнә башлап, шундай һөҙөмтәләргә өлгәшеү туҙға яҙмағандарҙан кеүек тойолһа ла, Юныс Хәбибуллин бының мөмкин икәнен иҫбатланы. Бының өсөн ул махсус әҙәбиәтте өйрәнергә иренмәй, тренеры Айҙар Бакиров менән дә ныҡлы ғына шөғөлләнә. Сәләмәт тормош алып барыуы менән дә өлгө булып тора табип, әйткәндәй, ул тағы өҫтәл теннисы менән дә мауыға. Ҡатыны ла – табип, бергәләп ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр.
– Тәү ҡарашҡа ҡатмарлы тойолһа ла, уҡ атыуҙың әллә ни ҡыйынлығы юҡ, – ти спортсы. – Теләк кенә булһын һәм, әлбиттә, шөғөлләнергә – көнөнә сәпкә тейҙереү өс йөҙҙән дә кәм булмаһа, бик һәйбәт. Тырышҡанда бер ай эсендә лә яҡшы ғына атырға өйрәнеп була. Әллә ни артыҡ сығым да талап ителмәй. Бер тапҡыр 6500 һум тирәһенә ян, 250-шәр һумға 12 дана уҡ һатып алаһың да рәхәтләнеп шөғөлләнәһең. Махсус урын да талап ителмәй. Мин, мәҫәлән, балконда шөғөлләнеп тә еңгәндәрҙе күргәнем бар. Теләһә ниндәй йортта йәки фатирҙа өс метр урын табырға мөмкин. Башта шулай ҙа ярап тора. Йәш тә мөһим түгел. Бер йыйында атыусылар араһында 85 йәшлек уҙаман да булды. Уны иң оло ҡатнашыусы булараҡ билдәләнеләр. Шулай уҡ ҡайһы бер һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр ҙә шөғөлләнә ала. Шуныһы ҡыуаныслы: башҡа төбәктәргә ҡарағанда, республикабыҙҙа уҡ атыу яҡлау таба, уны тергеҙеү өсөн мөмкин тиклем ярҙам күрһәтелә. Ҡырмыҫҡалы йәштәре лә был спорт төрө менән мауығып, күберәк шөғөлләнһен ине.
Уҡсының уҡ-ян коллекцияһына күҙ һалабыҙ. Ниндәйе генә юҡ!
– Уҡтарҙың да төрлөһө була, һөҙөмтәлә, категориялар ҙа уларға ҡарап билдәләнә, – ти ул. – Мәҫәлән, традицион башҡорт уғы иң боронғоларҙан һанала, ул бик ябай, сөнки сәплеге лә, башҡа ярҙамсы ҡушымталары ла юҡ. Бында күберәк интуицияны эшкә егеү шарт. Инглиздәрҙең “лонг” тип аталған оҙон уҡтары башҡа категорияға инә, сөнки уның менән сәпкә тейҙереүе еңелерәк. Тағы ла олимпик төрҙәргә ҡарағаны, шулай уҡ блоклылары ла бар. Һуңғылары менән иһә һунарға йөрөп тә була. Үҙеңде һунарсы итеп тойорға теләйһең икән, 3D-атыш менән шөғөлләнергә мөмкин. Был осраҡта сәп булып йәнлек макеттары тора. Һуңынан тейгән еренә ҡарап, мәрәйҙәрҙе иҫәпләйһең. Бик ҡыҙыҡлы төр.
Юныс Ильяс улы табип булараҡ та уҡ атыуға үҙ баһаһын бирҙе:
– Был спорт төрө физик сәләмәтлеккә генә түгел, психологик яҡтан да файҙалы. Ҡулдар нығына, арҡа, умыртҡа бағанаһына ыңғай тәьҫир итә. Икенсенән, нервы системаһына йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Кире энергиянан, асыуҙан уның ярҙамында ҡотолоп тынысланаһың. Япондарҙың “кюдо” (“уҡ юлы”) сәнғәте бар. Уға ярашлы, уҡ атҡанда рухтар менән аралашыу бара, сәпкә тейҙереүҙә лә тап улар ярҙам итә. Хәүефһеҙлек яғын да ҡайғыртырға кәрәк. Бармаҡтарҙы йәрәхәтләмәҫ өсөн күн бирсәткә кейәм, һул беләкте иһә күн киҫәге һаҡлай. Уларҙы үҙеңә тегеп алыу бер ни тормай. Уҡтарҙы һалып йөрөтөр өсөн һаҙаҡ етештереү ҙә ауыр түгел: иҫке ҡатын-ҡыҙҙар итеген киҫеп тегеп тә була. Шулай уҡ баш бармаҡҡа йөҙөк кейеп тә аталар. Башҡорттарҙың унда үҙ тамғалары ла һүрәтләнә.
Етди һөнәр эйәһе – табиптың онотолоп бөткән уҡ атыу тураһында шулай ентекле, мауыҡтырғыс итеп һөйләүе ҡыҙыҡһыныуҙы тағы ла арттырҙы.
Ҡайтыр алдынан Юныс Хәбибуллиндан атып күрһәтеүен үтендек. Уҡтарҙың берәм-берәм сәпкә туп-тура тейеүен тын алырға ла ҡурҡып ҡарап торам. Шулай ҙа була икән! Миңә лә тәүәккәлләргә тәҡдим итте. Бер нисә тапҡыр атып ҡарағаным булһа ла, уҡ-янды ҡулға алған һайын әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынланыу кисерәм. Әйтерһең, борон уны ҡулдарынан төшөрмәгән ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны үҙен һиҙҙертә. Иң тәүҙә, әлбиттә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев күҙ алдына килеп баҫа һәм “Һауаларға, ай, уҡ сойорғоттом” тигән шиғыры иҫкә төшә. Нисәмә генә быуат элек был шөғөл йәшәйештән айырылғыһыҙ булған бит. Төп тәғәйенләнеше һунар булһа, кәрәк икән, тыуған төйәкте яҡлау ҡоралына ла әйләнгән. Юныс Ильяс улының кәңәштәрен тотоп, атып ебәрҙем. Сәптең уртаһына ғына теймәне, әлбиттә, шулай ҙа ситкә китеп юғалмағас, бик хуш инде, тип йыуаттым үҙемде. Әммә бер атыуҙан ғына күңел булмай икән. Тағы, тағы атып ҡарағы килде. Бик мауыҡтырғыс!
Милли спорт төрөнә йәштәр күберәк килһә, айырыуса шәп булыр ине, сөнки уҡ-яндың үҙ фәлсәфәһе бар. Ул сәләмәт йәшәү рәүешенән, рухи ныҡлыҡтан ғибәрәт. Эскән-тартҡан, наркотик ҡулланғандарҙың ҡулынан килә торған ғәмәл түгел был. Уҡтан атыу йыйындарында спиртлы эсемлектәр кеүек хәрәмде ярышта ҡатнашыусыларға ғына түгел, тамашасыларға ла ҡулланыу тыйыла. Миңә ҡалһа, бигерәк шәп шарт. Заманында бөтә Европала дан тотҡан “төньяҡ амурҙары”ның вариҫтары онотолоп барған йәшәү рәүешен яңынан тергеҙергә тырышлыҡ һалыуы – бик тә ҡыуаныслы хәл.

Ҡырмыҫҡалы районы.