Уттан алып һыуға һалып...

30-08-2017, 00:36 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Һай, был юлаевсылар…
Нимә генә тип шелтәләмәйек, көйәрмәнгә күңелһеҙләнергә ирек бирмәйҙәр. Дөрөҫөрәге, уттан алып һыуға һалалар.


“Амур”ҙан үкенесле рәүештә отолғас, һабаҡ алдылармы тиһәк, тағы ла “шәберәк” сюрприз көткән икән беҙҙе. Был юлы Ҡытайҙан килгән “Куньлунь Ред Стар” менән осрашыуҙа.
Тәүге ике осорҙа – 40 минут буйы – һөжүм артынан һөжүм булып торһа ла, ҡапҡаларға бер шайба ла кермәне. Ниһайәт, матч бөтөргә ун минуттай ғына ваҡыт ҡалғас, әлегә һәр бер уйында гол индергән һаҡсыбыҙ Филип Ларсен иҫәпте асты. Хәйер, күп тә тормай ҡунаҡтар уны тигеҙләне. Инде бөтәһе лә овертаймды көткәндә, өфөләрҙең хыялдары селпәрәмә килде – осрашыу тамамланырға өс секунд ҡалғас, ҡунаҡтар йәнә бер тапҡыр уңышҡа өлгәште. 1:2 – был еңелеү күпкә үкенеслерәк...