Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?

8-09-2017, 00:34 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме? Ғүмер йылғаһы тиҙ аға – Абхазияла һуңғы тапҡыр булғаныма ла 26 йыл үтеп киткән икән. Һәм бына мин тағы ошо республиканың иң бейек урындарының береһендә – Рица күле янында баҫып торам. Ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт эсендә был төбәк үҙгәргән дә кеүек, шул уҡ та һымаҡ... Нисек йәшәй бөгөн абхаздар? Уларҙың тормош кимәлен беҙҙеке менән сағыштырып буламы? Климат һәм географик үҙенсәлектәр баҙар иҡтисадында ниндәй әһәмиәткә эйә? Аҙ һанлы, ләкин ғорур был милләт кешеләре араһында йөрөгәндә ирекһеҙҙән Башҡортостан да иҫкә төшмәй ҡалмай.
Сочи ҡалаһының тимер юл вокзалы янынан ҡуҙғалып киткән “ГАЗель” Ҡара диңгеҙ яры буйлап көньяҡҡа елдерә. Ҡайҙа ҡарама “отель” тигән яҙыуҙар күҙгә салына. Хәҙерге иҡтисади көрсөк заманында улар туристар менән туламы, үҙҙәрен аҡлаймы икән? Хәйер, бына мин дә бит, ейәнемде эргәмә ултыртып, Кавказда диңгеҙ яры буйлап китеп барабыҙ. Йәйге ял осоронда туристар ағымы, матбуғатта яҙыуҙарынса, арта ғына төшкән. Әле беҙ сығып киткән Сочи ҡалаһының үҙәк урамдарынан үтерлек түгел, “Ривьера” паркында эскәмйәнән күп нәмә юҡ, ләкин ултырырға урын табып ҡара. Урындағы халыҡ түгел, туристар икәне әллә ҡайҙан күҙгә салына. Бына һиңә көрсөк...
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?Әммә беҙҙең етеҙ хәрәкәтте сик буйы һаҡсылары туҡтатты. Рәсәйҙән Абхазияға сығыу кәмендә бер сәғәт ваҡытты алды шикелле. Һәр документты ҡабат-ҡабат тикшерәләр. Ниһайәт, нейтраль һыҙатты үтеп, абхаз пунктына килеп туҡтаныҡ.
– Ә хәҙер бына ҡарағыҙ – Абхазияның дәүләт сиген үтеү күпме ваҡытты алыр, – тине беҙҙең экскурсовод Астамур һәм шлагбаум янында торған хәрбиҙәргә урыҫса өндәште. – Беҙҙең ҡунаҡтар былар! “Абхазияның алтын ҡулсаһы”н ҡарарға теләйҙәр.
Тегеләр ҡапҡаны асты ла ҡуҙғалып киткән автобусты ҡул болғап оҙатып ҡалды. Документты тикшереү түгел, ишектән баш тығып күҙ ҙә һалманылар. Ни өсөн шулай икәнен аңлау өсөн Рәсәй менән Абхазияның һуңғы бер-ике тиҫтә йыл эсендәге мөнәсәбәттәре тарихына күҙ һалыу ҙа етә.
СССР тарҡалғандан һуң Абхазия шунда уҡ үҙаллылыҡ яулауға йүнәлеш алғайны. Грузия, был республиканың ошо илдән айырылып сығыуын танырға теләмәй, ике тапҡыр ғәскәр индерҙе. Ҡаты һуғыш һөҙөмтәһендә абхаздар бойондороҡһоҙлоҡ яулап алыуға өлгәште. Әммә уны күпселек илдәр айырым дәүләт булараҡ танырға теләмәй, сөнки ул сәйәси яҡтан да, иҡтисади йәһәттән дә Рәсәйгә йөҙ тота. Һуғыштан һуң ун йыллап ваҡыт уҙһа ла, был тау илендә емерек биналарҙы әле лә осратырға мөмкин. Рәсәй Абхазияға финанс ярҙамы күрһәтеп кенә ҡалмай, ошондай биналарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа, яңы юлдар һалыуҙа, шифаханалар һәм мәктәптәр төҙөүҙә лә ҡатнаша.
Гудаута ҡалаһында юл буйындағы бәләкәй генә кибеттең һатыусыһы менән һөйләшеп киттек. Сочиҙан Сухумиға барған оло юл өҫтөндә ултырһа ла, кибеттә һәм уның тирәһендә халыҡ күп түгел.
– Әле кеше юҡ тип булмай, туристар ултырған автобустар туҡтай, нигеҙҙә. Бик ҡыйын замандар булды беҙҙең, – тине ул. – 90-сы йылдарҙа Ельцин менән Шеварднадзе, үҙ-ара килешеп, ҡоро ерҙәге дәүләт сиктәрен япты. Беҙгә төньяҡтан – Рәсәй яғынан һәм көньяҡтағы Грузия тарафынан да үтергә рөхсәт юҡ ине. Диңгеҙ аша ла, нигеҙҙә, ошо илдәр менән генә аралашырға мөмкин. Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа үҙебеҙ ҡайнаныҡ, шәхси хужалыҡтар иҫәбенә көн күрҙек. Путин власҡа килгәс кенә иркен тын алдыҡ, шуға Владимир Владимировичҡа ҡарата хөрмәт иҫ киткес ҙур абхаздарҙа. Хәҙер Рәсәй менән сауҙа киңәйә бара. Дөрөҫөн әйткәндә, төп табыш та һеҙҙең ил туристары аша килә.
Йәйге туристик миҙгелдә был һатыусы айына 20-шәр мең һум аҡса эшләп ҡала икән. Ҡыш көндәрендә килем тағы аҙая. Әйткәндәй, Абхазия һум зонаһында йәшәй. “Беҙ һум зонаһынан бер ҡайҙа ла китмәйәсәкбеҙ, ә Грузия менән һис бер ниндәй бәйләнеш юҡ һәм булмаясаҡ та!” – тип белдерҙе Астамур.
Тәбиғәте һоҡланырлыҡ матур һәм һауа шарттары уңайлы булһа ла, туристик инфраструктура ныҡ үҫешкән тип әйтерлек түгел әлегә. Пицундалағы ҡомло яр буйында ҡунаҡтар туҡтай торған урында, мәҫәлән, хатта ҡапҡылап алыу өсөн дә бер генә кибет эшләй, уныһына ла сират. Хаҡтар тураһында әйтеп тораһы ла түгел – йәйге мәлдә аҡса эшләп ҡалырға ынтылыу абхаздарҙы һәр нәмәне ҡиммәтерәккә һатырға ымһындыра, күрәһең.
“Абхазияның алтын ҡулсаһы” тулыһынса тиерлек Бзыбь йылғаһы тарлауығында урынлашҡан. Элегерәк килгәнем менән быйылғыһы араһында турист объекттары буйынса айырма күрмәнем шикелле. Тарлауыҡ башланған ерҙәрәк шул уҡ шарап төрҙәрен тәмләтеп ҡарау йорто, Зәңгәр һыу сығанағы, шаулап-ҡотороп аҡҡан Бзыбь ярындағы күперсек, Яңы Афон монастыры ла әллә шул замандарҙан алып ремонт күрмәгән инде... “Бал ихатаһы” ғына һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгәнгә оҡшай, унда тау балын тәмләп ҡарарға һәм һатып алырға тәҡдим итәләр. Беҙҙәге ҡортсоларҙан айырмалы, абхаздар умарта яһамай. Киң олонло ағастарҙы ҡырҡа ла, ҡыҫҡа бүрәнәне горизонталь килеш таяуҙарға беркетә, ике яҡтан ҡаплай (ҡорттарға осоп сығырлыҡ тишек ҡалдырып). Солоҡто ихатаға күсергән кеүек була инде.
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?...Урманлы тауҙар уратып алған Рица күле көндәр буйы һоҡланып ҡарап торорлоҡ. Автобустар туристарҙы төшөрә торған майҙансыҡ матур итеп эшләнгән, бында инде кибеттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ... Күрәһең, турист маршрутының аҙаҡҡы һәм иң матур туҡталышын төҙөклән­дереүгә аҡса күп бүленгән.
Абхазияла туризм элек-электән үҫешкән, ундағы туристик объекттарҙы ҡеүәтле Совет дәүләте үҙ ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөгән бит. Бындағы кеүек климат булһа, Башҡортостанда ла был тармаҡ күптән алға киткән булыр ине, моғайын. Беҙҙең ҡырыҫ тәбиғәт туризм өсөн шарттарҙы июнь уртаһынан август уртаһына саҡлы ғына алып барыу мөмкинлеге бирә. Йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп итергә була ул тиһәләр ҙә, әле йәйге маршруттарҙы үҫтерәһе бар әле, ҡышҡы шарттарҙы файҙаланырға ҡасан сират етер... Бөтә объекттарҙы республика үҙ ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөргә йәки бағыусылар эҙләргә тейеш. Абхаздарға был йәһәттән, әйткәнемсә, СССР ярҙам итте һәм уларҙы әле лә Рәсәй ҡурсалай.
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?Бындағы халыҡ дәүләт ойошмаларында йәки предприятиеларҙа эшләүҙе өнәп еткермәй. Кемгәлер буйһоноп баш эйгән, ҡайҙалыр ялсы булған һымаҡ ҡабул итәләр икән. Улар үҙҙәре хужа булған ерҙә – шәхси хужалығында һәм үҙе асҡан сауҙа нөктәһендә – килем алыуҙы хуп күрә. Бик күптәрҙең туристар өсөн бәләкәй ҡунаҡханалары ла бар. Урамда ихата ҡапҡаһы янында ашыҡмай ғына гәпләшеп ултырған ҡарт-ҡороно йыш күрергә мөмкин. “Ниндәйҙер эш тәҡдим иткәндә беҙгә килергә теләгән кешенең булмауы аптырата, ә үҙҙәре аҡсаһыҙлыҡҡа зарлана”, – тине бер эшҡыуар.
Һуғыштан һуң бында енәйәтселек тә арта төшкән, сөнки ҡорал күп, ә йәшәүе хәүефле була башлауы арҡаһында ҡасып киткән грузин һәм урыҫтарҙың йорттары буш тора. Хужалары әйләнеп ҡайтыуға, яңы “хужалар” уларҙы индермәй ҙә. Тегеләре кире китергә мәжбүр. Һуңғы йылдарҙа ғына абхаз хөкүмәте был күренештә тәртип булдырырға тотонған.
Милли рух һәм илһөйәрлек бында бик көслө. Абхаз Конституцияһында ил Президентының мотлаҡ абхаз милләтенән булырға тейешлеге нығытылған. Был боронғо милләт күп яҡтан үҙаллы, башҡа халыҡтар менән йыш аралашмай ғына көн күргән, шуға аптырарлыҡ та, һоҡланырлыҡ та үҙенсәлектәргә бай.
Йылы яҡта йәшәүе рәхәтме?240 мең кешенән торған милләт абхаз телен дәүләт теле тип таныһа ла, урыҫса ла яҡшы белә. Бында йәше менән дә, ҡарты менән дә иркен аралашырға була. Оло йәштәгеләрҙең 60 проценты Рәсәйҙән пенсия ала, бының өсөн улар беҙҙең ил гражданлығына күсә икән. Үҙ телдәре ярайһы ҡатмарлы ғына: алфавит 62 хәрефтән тора! “Ошо һүҙҙе яйлабыраҡ уҡы әле”, – тип һорайым Астамурҙан, вывескалағы һүҙгә күрһәтеп. Юҡ, артынан ҡабатларлыҡ түгел, хәтерҙә лә ҡалмай хатта.
Ҡышҡы туризм тигәндәй, Абхазияла көҙҙөң һуңғы мәленән алып яҙға саҡлы һалҡын ямғыр яуа. Тауҙарҙа ҡар иртә ята, ә диңгеҙ буйында төрлө сир таратҡан серәкәйҙәр мыжғып торған һаҙлыҡтарҙы 1956 йылда ғына тамам киптереп бөтәләр. Шунан һуң ғына курорт ҡасабалары барлыҡҡа килә. Тимәк, Башҡортостанда ла тәбиғәттең көйһөҙлөгөнә зарланырға түгел, ә туризмды үҫтереү хәстәрлеген күрергә кәрәк.