Һағындырҙы...Ниһайәт, чемпионатта алты уйындан һуң юлаевсылар сәфәр сығып китте. Уныһында ла Мәскәү өлкәһенә бер генә осрашыуға. “Витязь” нисек “ҡунаҡ итер” беҙҙекеләрҙе?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужаларҙың ун хоккейсыһы сафтан сыҡҡайны. Матч алдынан сифатһыҙ ризыҡ ашап ағыуланғандар. Ошо хәлдә лә “Салауат Юлаев” еңелһәме?..
Әммә “Витязь” бирешергә лә уйламаны. Тәүге осорҙа етеҙерәк, сосораҡ булып, иҫәпте лә улар асты. Беҙҙекеләрҙең уны тигеҙләүенә, һуңынан алға сығыуына ҡарамаҫтан, һаман ҡапҡабыҙға ябырылдылар. Элекке юлаевсы, Өфө егете Александр Панков барыбер маҡсатына иреште – 2:2. Шулай ҙа яҡташтарыбыҙҙың оҫталығы нығыраҡ күренде. Йәнә ике шайба индереп, уңышты нығытып ҡуйҙылар – 4:2.
“Салауат Юлаев” турнир таблицаһында көнсығышта 8-се урынға менде. Әлбиттә, көйәрмәндәр бының менән хушһынырға теләмәй. Улар юлаевсыларҙың “алтын команда” булған осорон һағына...