Берәү, ләкин берәгәй Хоккейҙа, беренсенән, мәрәйҙәр, голдар күрһәткесе бар, икенсенән, бер ни менән дә баһалап булмаҫлыҡ ҡиммәтле еңеүҙәр. Ҡайһыһы мөһимерәк һуң? Был яҡтан “Салауат Юлаев”тың һуңғы сәфәрен нисек баһаларға?

Ситтә дүрт матч уҙғарып, 12 мөмкинлектән биш кенә мәрәй йыйып ҡайтыу бигүк яҡшы түгел. Әммә шулар араһында Гагарин кубогына көрәштә гел лидерҙар рәтендә йөрөгән Магнитогорскиҙың “Металлург”ын еңеү ҙә бар бит әле. Ә был уңыш күпкә ҡиммәтерәк баһалана. Берәү, ләкин берәгәй. Бына уйлағыҙ инде, юлаевсылар ошо сәфәрҙә уңдымы, әллә туңдымы?..
Эйе, ут күршеләрҙе 4:3 иҫәбенә отоп, кәйефтәр күтәрелеп киткәс, артабан да тауҙар аҡтарырбыҙ кеүек ине. Юҡ шул, тәүҙә “Автомобилист”ан (0:4), унан “Трактор”ҙан (2:3) еңелеүҙәр күктән ергә төшөрҙө... Етмәһә, сиратта – гел беҙгә баш бирмәҫ “Лада”. Иҫәпте яҡташтарыбыҙ асһа ла, төп ваҡытта көс нисбәтен ҡулдан ысҡындырып, овертаймда ғына еңеүгә өлгәшә алдылар – 3:2. Һөҙөмтәлә көнсығышта алтынсы урынға тәгәрәнеләр.
Кисәге көндән юлаевсылар үҙ боҙобоҙҙа уйнай. Иртәгә чемпионат лидеры СКА килә. Унан – “Авангард”, “Себер”... Кем еңер?