“Рәсәй геройы” булырға яҙманы...

6-10-2017, 00:09 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Өйҙә стеналар ҙа ярҙам итә, тиеүҙәре бигүк дөрөҫ түгел икән. “Салауат Юлаев” Өфөлә рәттән ике еңелеү хурлығы кисерҙе инде. Йәнә икәүһендә мәрәй йыя алырҙармы?

“Югра”нан буллиттар буйынса 1:2 иҫәбенә отолоу көйәрмәндең күңелен ҡырһа ла, артынса чемпионат лидеры СКА-ның килеүе барыһын да онотторҙо. Әгәр ҙә мәгәр уны еңһәк... бөтә Рәсәй юлаевсыларҙы күтәреп тигәндәй йөрөтәсәк бит! Ни өсөнмө? Ә Питер егеттәре бығаса ай ярым буйына бер еңелеү ҙә кисермәгәнгә!
Юҡ шул... Өфөләр отолоу түгел, бөтөнләй ҡыйратылды. СКА биш шайба индергәс үк өмөт өҙөлгәйне инде. Һөҙөмтәлә дөйөм иҫәп – 1:6. Юлаевсылар “Рәсәй геройы” була алманы...