Ҡорбан килтерелде. Ярҙам итерме?

10-10-2017, 00:15 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Ҡорбан килтерелде. Ярҙам итерме?Иртәгәнән “Салауат Юлаев”тың алыҫ һәм ауыр сәфәре башлана. Минск – Санкт-Петербург – Мәскәү – Хельсинки... Был ҡалаларҙағы дүрт команданың өсәүһе турнир таблицаһында алдынғы урындарҙа. Беҙҙекеләр йәмғеһе нисә мәрәй алып ҡайтыр?..

Шайтан ғына белһен. Йыл да ноябргәсә юлаевсыларҙың тотороҡһоҙ уйнағанына өйрәнеп тә бөткәнбеҙ инде. Әммә быйыл, СКА менән “Авангард”ты иҫәпкә алмағанда, бығаса гел көсһөҙөрәк дәғүәселәр менән осраштыҡ. Шунда ла йыш ҡына отолдоҡ.
Бына уҙған матчтарҙың береһендә – “Авангард” менән сәкәләшкәндә – иҫәпте беренсе булып астыҡ та ул, ләкин өҫтөнлөктө аҙаҡҡаса еткерә алманыҡ. Еңелдек (1:3).
Бынан һуң етәкселектең түҙемлеге шартлап һынды шикелле. Юҡ-юҡ, баш тренерҙы отставкаға ебәрмәнеләр, ә капитан Денис Куляшты “ҡорбан иттеләр”. Йәғни унан баш тарттылар. Хәҙер Денисты берәй команда үҙенә саҡырмаһа, ул Нефтекаманың “Торос”ы өсөн сығыш яһаясаҡ. Әгәр инде быны теләмәһә, “Салауат Юлаев” клубы менән хеҙмәт килешеүен өҙә ала. Ысынлап та, 34 йәшлек һаҡсыбыҙ етеҙ һөжүм итеүселәр артынан өлгөрмәй, һөҙөмтәлә йыш ҡына штраф ваҡыты ала башланы.
Аңлашыла, команданы “йоҡонан уятып” ебәрер кәрәк. Был ғына ярҙам итерме һуң? Артабан “Себер” командаһын 3:0 иҫәбенә отоу ҙа ниңәлер кәйефте күтәрмәне...