Үҙгәрештәр талап итәбеҙ!

15-11-2017, 00:07 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Юҡ, тәнәфестән һуң да юлаевсыларҙың эше уңмай. Күрәһең, хәл уғата ҡатмарлы был хоккей “батшалығында”.

Тәүге осрашыуҙа уҡ Словакияның “Слован”ынан еңелеп ҡуйҙылар. Һуңғы сиккәсә 0:3 иҫәбенә отолоп барып, ни бары ике шайба индерергә көс таптылар. Ә бит ул шул тиклем көслө команда ла түгел. Артабан ни булыр?.. Виктор Цой йырлағанса, “беҙ үҙгәрештәр талап итәбеҙ!”