Яралар уңала... “Салауат Юлаев” – “Аҡ Барыҫ”. 0:5... Моғайын, 22 ноябрҙәге был уйын һөҙөмтәһе оҙаҡ ҡына күңелде яралап торор ине. Әммә көйәрмәндең йөрәген дауалай торған бер алым бар. Ул – еңеү. Әгәр ҙә һине рәнйеткән дәғүәсеңде отһаң – икеләтә дауа.

Шулай булды ла. Бер аҙнанан өфөләр Ҡазанға сәфәр сыҡҡас, был матчтың хәл иткес икәнен ике яҡ та яҡшы аңланы. Көсөргәнеш шул тиклем ныҡ ине, әйтерһең, плей-офф матчы бара. Уйын бөткәндә таблола 0:1 һандары яныуы ла күпте һөйләй. Бәхеткә күрә, беҙҙең файҙаға!
Күршеләрҙән уңып ҡайтҡас, үҙ боҙобоҙҙа ике “Динамо”ға ҡаршы имтихан тоторға тура килде. Минск командаһы менән көс һынашыу ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс өсөн дә мөһим ине. Бығаса яҙғаныбыҙса, ул былтыр шунда уйнаны. Ә быйыл октябрҙә Белоруссияла уҙған матчта иң яҡшы хоккейсы ла булып танылғайны. Бен был юлы инде Өфөлә алҡыштарға ҡойондо (2:0). Күҙ теймәһен, үткән аҙнала КХЛ-да иң шәп ҡапҡасы ла ул булды! Артабан инде ҡапҡаһына ике шайба индертеп, юлаевсылар Мәскәү “Динамо”һын овертаймда ғына еңһә лә (3:2), Скривенстың ышаныслы уйыны күберәккә өмөтләндерә...