Ҡыл өҫтөндәЙәне ҡыл өҫтөндә юлаевсыларҙың. Юҡ-юҡ, барыһы ла иҫән-һау. Ләкин команда Көнсығыш конференцияла плей-офҡа сығасаҡ клубтар араһында иң аҙаҡҡы – һигеҙенсе урында тапана.

Хафаланырға иртәрәк, 14 осрашыу бар әле, тиерһегеҙ. Эйе, шулай. Әммә... шуның һигеҙе сит майҙанда үтәсәк. Ә башҡа ерҙә уйнауы барыбер ҡыйыныраҡ.
Бына ят ҡалала уҙған ике матчта ла “Салауат Юлаев” еңелде. Ҡазанда “Аҡ Барыҫ”тан да, Сочиҙа урындағы команданан да бер иш иҫәпкә – 1:2 – отолдо.
Декабрь башындағы рәттән дүрт осрашыуҙа өфөләр уңышҡа өлгәшкәс, көйәрмәндең күңеле күтәрелгәйне, өмөт сатҡылары уянғайны. Ҡыуанырға иртәрәк, ахыры...