бер-беребеҙгә тоғро ҡалайыҡ!

5-01-2018, 00:03 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
бер-беребеҙгә тоғро ҡалайыҡ!Эттәр тураһында уйлаһаң, ирекһеҙҙән уларҙың тоғролоғо күҙ алдына баҫа. Сөнки был – дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙҙың төп билдәһе.


Хатико тарихын ишеткәнегеҙ бармы? Японияла була был хәл. Үткән быуат башында бер ауылда бер фермер үҙенең профессор дуҫына Акита-ину тоҡомло көсөк бүләк итә. Ғалим “бүләккә” Хатико тип исем ҡуша. Уҡытыусы менән эт бер-береһенә ныҡ эҫенә. Хатта хайуан ҡалала университетта эшләгән хужаһын көн дә станцияға тиклем оҙата бара һәм профессорҙың эштән ҡайтыуына ла перронға килеп етә. Был хәл бер нисә йыл дауам итә. Үкенескә ҡаршы, бер мәл профессор эшендә ҡапыл мәрхүм була, әммә хужаһының был донъяла юҡлығын Хатико ғына белмәй. Кисен көтөп ала алмаған эт иртәгәһенә лә станцияға килә, унан һуң, унан һуң... Аҙаҡ бөтөнләй станциянан китмәй башлай. Шулай итеп туғыҙ йыл (!) ғүмер үтеп китә. Хатиконың үле кәүҙәһен дә нәҡ станцияла табалар. Ул эткә һәйкәл ҡуйылған, кинолар төшөрөлгән.
Был ваҡиғаға ул донъя ки­мәлендә билдәле булғанға ғына туҡталдым. Үҙебеҙҙең илдә, республикала, ҡала-ауылда ла, бындай уҡ булмаһа ла, оҡшаш хәлдәр тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Хәйер, мәҫәлән, тамырҙары ауылдан булған гәзит уҡыусылар килешер. Кендек ҡаны тамған ергә ҡайтып төшһәң, иң беренсе тыуған йорттағы Аҡбай, Муйнаҡ, Шарик, Байкал йәки Тузик сабып сығып ҡаршы ала түгелме ни?! Арттан йүгерә-йүгерә, әрләнеп булһа ла, оҙата киләләр. Шәхсән үҙемдең ауылдағы тоғро дуҫым, мәҫәлән, арттан ун километрға тиклем йүгереп килгәне бар хатта! Иманым камил, улар ҙа яҡындарыбыҙ һымаҡ беҙҙе һағына, көтә. Башҡа ерҙә йәшәйһең тип тормайҙар бит, хужа итеп таныйҙар. Йылдар буйы тоғро ҡала улар.
Ошо тоғролоҡ ниңә кешегә лә хас түгел икән? Ғөмүмән, әҙәм балаһы был тиклемгә һәләтлеме? Шулай ҙа дүрт аяҡлы дуҫта­ры­быҙҙан өлгө алырға тыры­шайыҡ, йәмәғәт. Дуҫлыҡҡа, туған­лыҡ­ҡа, һөйгән йәрҙәребеҙгә, яратҡан эше­беҙгә, булмышыбыҙға, ғөмү­мән, тор­мош­ҡа ҡарата тоғролоҡ һаҡларға кәрәктер. Эттәр һымаҡ тоғро булайыҡ!