Киртләс-киртләс юлдар аша...

9-01-2018, 00:05 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Киртләс-киртләс юлдар аша...Мәғлүмдер, аҙ ғына яй ҡыланһаң, һине бер кем көтөп тормай – тормош алға елә. Юлаевсылар ҙа мәрәй юғалтырға ярамағанын яҡшы белә ине. Әммә тағы абындылар.

Ә бит дивизион лидеры “Авангард”ты баҫтырып етеүгә ҡул һуҙымы ғына ара ҡалғайны. Юҡ шул, Мәскәүҙең “Спартак” командаһынан отолоу (2:3), Риганың “Динамо”һын овертаймда ғына еңеү (4:3) байтаҡ мәрәйҙе юғалтыуға килтерҙе. Һөҙөмтәлә “Салауат Юлаев” турнир таблицаһының шул плей-офф сигендә – етенсе баҫҡысында тапана.
Әлбиттә, ай буйы тиерлек ситтә уйнауы еңел түгелдер. Әммә кем беҙгә юлыбыҙҙа ҡыҙыл келәм йәйеп ҡуйырға вәғәҙә бирҙе һуң?! Шулай булғас, ҡалған һигеҙ матчта теште ҡыҫып, йәнтәслим көрәшергә генә ҡала.