Боҙҙа елдәй етеҙ елеп...

12-01-2018, 00:03 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Боҙҙа елдәй етеҙ елеп...Хәйбулла районы ошоға тиклем бил бирмәҫ батырҙар төйәге булараҡ дан ҡаҙанһа, тиҙҙән үҙенең боҙҙа ут сәсрәткән ҡыйыу һәм зирәк хоккейсылары менән дә ҡыуандырмаҡсы. Күптән түгел Садовый ауылында бөтә талаптарға яуап биргән ҡойма менән уратып алынған, яҡтылыҡ үткәрелгән, махсус билдәләр ҡуйылған хоккей майҙансығы сафҡа инде. Киң профилле спорт майҙансығын төҙөүгә материалдар һатып алыуға республика һәм урындағы ҡаҙнанан 300 мең һум аҡса тотонолған.


Район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Ринат Мортаев белдереүенсә, районда спортҡа ҡарата һөйөү һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә. Төбәк спортсылары республикала ғына түгел, Рәсәй буйынса ла призлы урындар яулай. Һуңғы йылдарҙа бала­ларҙы сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында күп ауылдарҙа хоккей май­ҙансыҡтарының асылыуы маҡтауға лайыҡ. Улар ҡышҡы спорт төрҙәре менән шөғөл­ләнгән кешеләргә ҙур ҡыуаныс килтерә.
Садовыйҙа төҙөлгән хоккей майҙансығы “Сәләмәт милләт – сәләмәт Рәсәй” дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашы­рыл­ған. Иң мөһиме – спорт майҙансығын төҙөү идеяһын күптәр күтәреп алған һәм һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, Садовыйҙан Алексей Червяков менән урындағы ауыл Советы депутаты Шамил Ҡоҙаяровтар – был объектты төҙөү тәҡдимен индереүсе һәм ойоштороусылар ҙа. Эшҡыуар булараҡ, Шамил Ҡоҙаяров төҙөлөш эштәрен финанслаған, техника менән ярҙам иткән.
Каникул көндәрендә бында балаларҙың шат тауыштары яңғырап тора, хоккей уйнарға теләгәндәрҙең һаны көндән-көн арта. Хатта араларында ҡыҙҙар ҙа бар. Садовый спортсылары үҙҙәренең хоккей лигаһын булдырыу маҡсатын ҡуйған: көндөҙ боҙ майҙансығында балалар шөғөлләнһә, кисен ололар уйнай. Кем белә, бәлки, тап бында шөғөлләнеүселәр араһынан киләсәктә билдәле хоккейсылар сығыр.
Сиҙәм урта мәктәбендәге спорт залы “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проектына ярашлы өр-яңынан сафҡа индерелә. Ошоға тиклем физкультура дәрестәре, спорт залының насар булыуы сәбәпле, күпселек тышта, асыҡ стадионда үткәрелгән. Мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Илнар Сәмиғуллин әйтеүенсә, сиҙәмдәр еңел атлетика һәм саңғы буйынса районда иң яҡшылар иҫәбендә. Хәҙер бөтә талаптарға яуап биргән спорт залы сафҡа ингәс, волейбол, баскетбол, футбол һәм көрәш буйынса ныҡлап шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар, киләсәктә беҙҙең тәрбиә­ләнеүсе­ләребеҙ ҙә был төр буйынса районда яҡшы күрһәткестәргә өлгәшер, ти. Шулай уҡ бында заманса йыһазландырылған тренажер залы булдырылған. Ауыл халҡы, йәштәр ҙә спорт залында шөғөлләнә ала.
Проекттың дөйөм хаҡы – 1 миллион 400 мең һумдан ашыу.
Районда йылдан-йыл спортты, сәләмәт тормошто үҙ итеүселәрҙең һаны артыуын иҫәпкә алып, быйыл Аҡъяр ауыл биләмәһе халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ҡушылып, район үҙәгендә күп функциялы спорт майҙансығын төҙөү проекты өсөн тауыш биргән. Эштең дөйөм хаҡы – дүрт миллион һум, шуның 300 мең һумын халыҡтан йыйыу ҡарала.
Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев әйтеүенсә, төҙөләсәк объект үҙ эсенә хоккей ҡаласығын, баскетбол, волейбол, гандбол, мини-футбол һәм ҙур теннис уйнау өсөн майҙансыҡтарҙы ала. Төҙөлөш эштәрен быйыл башлау ҡаралған.
Шулай уҡ “Республиканың 100 йыл­лығына – 100 объект” программаһына ярашлы, Аҡъярҙа бассейн төҙөү планлаштырыла. Тимәк, сәләмәт тормош алып барыу һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн районда уңайлы мөмкинлектәр буласаҡ. Тик үҙеңә иренмәҫкә, спорт менән ныҡлап шөғөлләнергә генә кәрәк. Сәләмәт тәндә сәләмәт рух икәнлеген һәр кем иҫендә тоторға тейеш.

Хәйбулла районы.