Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Икәүме? Юҡ, 25 алтын миҙал!
Икәүме? Юҡ, 25 алтын миҙал!Эйе, егерме биш... Рәсәй йыйылма командаһындағы хоккейсылар һаны буйынса... Һәр береһенең ошо Ҡышҡы Олимпиадала еңеүгә ынтылған юлда түккән көсөн, шуның менән илгә килтергән данын, Уйындарҙың һуңғы көнөндә ишекте шартлата япҡан шаңдауҙы бергә ҡушып һанаһаң. Бына ниндәй һығымталар тора овертаймда беҙҙең файҙаға 4:3 иҫәбенә бөткән Рәсәй – Германия финал матчы артында.


Ниһайәт, быйылғы спорт байрамы тамам. Шуның менән бергә өҫтән ауыр бер йөк төшкәндәй булды. Ҡышҡы уйындар бар донъя өсөн оло байрам булһа ла, сираттағыһы Рәсәй халҡына өҫтәмә бор­солоуҙар ҙа килтерҙе. Халыҡ-ара олимпия комитеты илдең йыйылма коман­да­һына ҡаршы санкциялар ҡул­ланғас, Пхенчханда ватандаштарыбыҙҙың уңыш­лы сығыш яһарына өмөт ҙур булманы. Ләкин ысын көйәрмән – үҙ иленең патриоты. Ул аҡтыҡ сиккә тиклем яҡшыға ышана...
Шөкөр, еңеүһеҙ ҡалманыҡ. Әлбиттә, алтын миҙалдар һаны аҙыраҡ – фигуралы шыуыуҙа һәм хоккейҙа ғына. Әммә алты көмөш, туғыҙ бронза ла бар бит әле. Күп­селек лидерҙарыбыҙҙың сығыш яһа­мағанын иҫәпкә алғанда, бары менән байрам.
Әйткәндәй, дөйөм миҙалдар һаны буйынса хужалар – Корея спортсылары менән типә-тиңбеҙ. Ә Швеция, Финляндия, Франция, Италия, Австрия, Швейцария кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре ныҡ үҫешкән илдәрҙән алдабыҙ.
Шуныһы, 17 миҙалдың күпселеген – һигеҙен – саңғысыларыбыҙ яуланы. Улар­ҙы санкциялар урап үткәнме ни? Юҡ! Бөтә алдынғы спортсыларға ярышырға рөх­сәт итмәгәндә, илдең Саңғы федера­цияһы “амбразураға” 21-22 йәшлек егет­тәрҙе ташланы. Уларҙың ҡайһы берҙә­ренең исеме Рәсәйҙә лә ныҡ билдәле түгел ине. Ошо йәштәр барлыҡ саңғы донъяһын һоҡланырға мәжбүр итте, афарин! Бына бит, тырышҡанда “санкциялар кәртәһен” урап үтеү юлын табырға була.
Хоккейға кире әйләнеп ҡайтҡанда, шуны әйтергә мөмкин: мәҫәлән, Канадала ил йыйылма командаһы беренсе урынды яуламаған осраҡта Олимпиада уңышһыҙ уҙған тип иҫәпләнә. Тимәк, беҙҙең өсөн ул бик уңышлы булды. Шул иҫәптән Башҡортостан халҡына ла ғорурланырға ерлек бар: Олимпия чемпионы исемен алған хоккейсыларыбыҙҙың береһе – яҡташыбыҙ, хәҙер СКА командаһында уйнаған “Салауат Юлаев” клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев.
Яҡшыға өмөтләнәйек. Дүрт йылдан Ҡытайҙың Пекин ҡалаһында осрашҡанға тиклем!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан шашкасылары һынатманы

Башҡортостан шашкасылары һынатманы 24.09.2018 // Спорт һәм туризм

Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын...

Тотош уҡырға 33

Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 114

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 192

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 61

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 52

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 43

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 41

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 39

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 83

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 57

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 57

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 45