Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ураҙҙар сәкән һуғаУраҙ ауыл биләмәһе, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында дүрт йыл дауамында ҡатнашып, биш проектты тормошҡа ашырҙы. Быға тиклем биләмә үҙәгенең яңы биҫтәһендә — юл, ә Ҡотой ауылында шишмә төҙөкләндерелә, Ураҙ табип амбулаторияһы өлөшләтә ремонтлана һәм ауыл урамдарына энергия һаҡлағыс яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Ошо көндәрҙә ураҙҙар тағы бер ҡыуаныс кисерҙе – программа нигеҙендә хоккей майҙансығы сафҡа индерелде.


— Программа тормошҡа ашырыла башлаған тәүге йылдарҙа халыҡ уның һөҙөмтәһенә бигүк ышанып та бөтмәне. Ойоштороу төркөмө туплау, аҡса йыйыу кеүек эштәрҙе лә башҡарыуы ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер хәл бөтөнләй икенсе: ауылдаштар һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер генә тора, йыйылыштарға ла әүҙем йөрөй. Былтыр халыҡ күпселек тауыш менән ауылда хоккей майҙансығы төҙөү идеяһын хуплап сыҡты, — ти Ураҙ ауыл хакимиәте башлығы Салауат Лоҡманов.
Объектты төҙөүгә 1 миллион 400 мең һумдан ашыу аҡса сарыф ителә, шуның 950 мең һумы республика бюджетынан бүленә. Сығымдарҙың бер өлөшөн ауыл хакимиәте күтәрһә, 150 һум аҡсаны программа шарттарына ярашлы халыҡ үҙе йыя. Райондың иң ҙур предприятиеһы – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ла бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Майҙансыҡ өсөн урын әҙерләү эштәрен “Учалытранс­техсервис” йәмғиәте үҙ өҫтөнә ала.
Тендерҙа еңеп, подрядсы хоҡуғына эйә булған Татарстандың “МеталлМонтажСтрой” йәмғиәте бурысына яуаплы ҡарап, уйын майҙансығын ваҡытында һәм сифатлы итеп урынлаштыра. Борттары стеклопластик материалдан эшләнгән, оҙонлоғо — 56, киңлеге 28 метр тәшкил иткән хоккей ҡабы бөтә талаптарға яуап бирә, унда ике ишек ҡуйылған, тамашасыларҙың хәүеф­һеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында боҙҙо уратып сетка һуҙылған. Киләсәктә майҙансыҡ тирәләй яҡтыртҡыстар ҙа ҡуйыласаҡ. Һыу һибеү өсөн махсус рәүештә ҡоҙоҡ ҡаҙҙыртҡандар. Яҡындағы иҫке бинаны спортсыларға кейенеп-сисенеү өсөн яраҡлаштырырға йыйыналар.
— Ауылыбыҙ элек-электән көслө спортсылары менән билдәле. Совет осоронда хоккейсыларыбыҙҙың даны тирә-яҡҡа ла таралғайны. Ошо традицияларҙы тергеҙеү – беҙҙең төп бурысыбыҙ, — ти хакимиәт башлығы.
Ураҙ лицейының физкультура уҡытыусыһы, ойоштороу төркөмө етәксеһе Морат Хәмитов та ҡыуанысын йәшермәй.
— Был көндө түҙемһеҙлек менән көттөк. Ауылда конькиҙа йөрөүселәр, хоккей уйнаусылар байтаҡ. Быға тиклем балалар Яйыҡ йылғаһына төшөп сәкән һуға ине, каникулда “Таусы” боҙ һарайына барыусылар ҙа булды. Хәҙер үҙебеҙҙең махсус майҙансығыбыҙ бар. Физкультура дәрестәрен дә бында уҙғарырға мөмкин буласаҡ, — ти ул.
Ураҙҙар сәкән һуғаГөлшат менән Фәнил Әхтәмовтар майҙансыҡта ғаилә менән ял итергә йөрөйәсәк. Улар өс ул үҫтерә. Оло улдары Данил дүртенсе кластан хоккей менән мауыға, “Салауат Юлаев” командаһының көйәрмәне, уның һәр уйынын ҡарап бара. Уртансы улдары Юнир ҙә ағаһынан ҡалышмай, конькиҙа ныҡлы баҫып тора, иң кеселәре Рәүил, үҫеп алғас, ағалары кеүек сәкән һуғыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Атанан күргән – уҡ юнған, тиҙәр, Фәнил үҙе заманында оҫта хоккейсы булған.
— Бигерәк тә йәш быуын өсөн ҡыуанам. Спорт менән шөғөлләнгән балаларҙың, беренсенән, һаулығы ныҡ булһа, икенсенән, насар ғәҙәттәр менән булышырға ваҡыттары ла ҡалмаясаҡ, — ти һөнәре буйынса уҡытыусы Гөлшат Урал ҡыҙы. Әйткәндәй, ул да күптән түгел конькиға баҫҡан.
Хоккей майҙансығын асыу тантана­һына ураҙҙарҙың шатлығын уртаҡла­шырға байтаҡ ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Арыҫлан Шәһәретдинов, район советы секретары Зариф Ғарипов район хаки­миәте, депутаттар исеменән ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Учалы ҡалаһының “Йәшмә” кинопаркы директоры Жәлил Солтанов буласаҡ хоккейсыларға 30 пар коньки тапшырҙы. Эшҡыуар, элек хоккей буйынса тренер булып эшләгән Радик Әхмәҙиев, ураҙҙарҙы тәбрикләп, ике хоккей ҡапҡаһы, сәкәндәр, шайбалар һәм спорт майкалары бүләк итте.
...Тантанала йыр-моң яңғырап торҙо. Лицей уҡыусылары һәм уҡытыусылары күркәм тамаша әҙерләгәйне. Берҙәмлек­тең һөҙөмтәһен күреп, уның татлы емешен татыған ураҙҙар ихлас күңел асты.

Учалы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан шашкасылары һынатманы

Башҡортостан шашкасылары һынатманы 24.09.2018 // Спорт һәм туризм

Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын...

Тотош уҡырға 33

Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 114

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 192

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 61

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 52

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 43

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 41

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 39

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 83

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 57

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 57

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 45