Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бурысты үтәнеләр, артҡа сигенмәнеләр
Бурысты үтәнеләр, артҡа сигенмәнеләрОшо көндәрҙә Владимир Путин Кремлдә Пхенчхандәге Олимпия уйындары еңеүселәренә һәм призерҙарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рәсәй Президенты менән осрашыуға саҡырылғандар араһында Рәсәй атлеттары командаһына тәүге миҙал килтергән Семен Елистратов менән алтын миҙал яулаған Өфө хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе Андрей Зубарев та бар ине.

Семен Елистратовҡа дәүләт башлығы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалын, ә Андрей Зубаревҡа Дуҫлыҡ орденын тапшырҙы.
– Олимпиадаға барыу-бармау мәсьәләһе күтәрелгәс, Владимир Владимирович, һеҙ беренсе булып, әлбит­тә, барабыҙ, тигәйнегеҙ! Булышлыҡ күрһәткәнегеҙ, ышаны­сығыҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт. Беҙҙең артта бик күп кеше – ата-әсәләр, хәләл ефеттәр, ғаиләләр, дуҫтар, көйәрмәндәр һәм, әлбиттә, тренерҙар, уҡытыусылар тора. Беҙ бурысты үтәнек, артҡа сигенмәнек. Минеңсә, илебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәттек. Тағы ла дүрт йылдан ошонда ҡайтанан осрашырға насип итһен, – тине Семен Елистратов.
– Рәсәй көйәрмәндәре өсөн хоккей­ҙа еңеүебеҙ ғәйәт ҙур бүләк булды. Милли боҙ дружинаһы бер аҙ бор­солорға мәжбүр итһә лә, бөтә көсөн туплап, көтөп алынған Олимпия алтынын яуланы, – тине Владимир Путин.
Андрей Зубарев еңеү өсөн 4 миллион һум һәм BMW X6 автомобилен, Семен Елистратов иһә 1 миллион 700 мең һум һәм BMW X4 автомобилен аласаҡ. Республикабыҙҙан Семенға тағы ла 500 мең һум тапшырыла.

Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан шашкасылары һынатманы

Башҡортостан шашкасылары һынатманы 24.09.2018 // Спорт һәм туризм

Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын...

Тотош уҡырға 33

Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 115

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 192

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 61

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 52

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 43

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 41

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 39

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 83

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 57

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 57

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 45