Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Март башын барыһы ла көтөп ала. Айырыуса гүзәл зат. Ошо мәлдә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө билдәләнә бит. Ир-ат көйәрмәндәр иһә Континенталь хоккей лигаһында плей-офф осоро еткәненә ҡыуана.

Быйыл көтөлмәгәнсә башланды ул. Тәүге раундта “Салауат Юлаев”тың дәғүәсеһе “Авангард” булыр тип берәү ҙә уйламағайны шикелле. Әммә Омск командаһы регуляр чемпионаттың иң аҙаҡҡы уйынында һуңғы минутта гол индереп, был хоҡуҡты лайыҡлы яуланы.
Йыл буйына ике команда тормошонда ла аҡ-ҡара һыҙаттар алмашынып торҙо. Шуныһы һөйөнөслө: юлаевсылар миҙгел аҙағына тотороҡло хәлдә ине инде, ә “Авангард” ҡуҙғалып киткән “поезға” саҡ-саҡ өлгөрҙө. Ләкин плей-офта иң көсһөҙ команда ла яурынын киреп, арҡаһын турайта. Шулай булғас, танауҙы сөймәй торайыҡ әле...
Белгән кеүек әйткәнмен! Өфөләге беренсе уйында уҡ ҡунаҡтар характерын күрһәтте. Беҙҙекеләрҙең 3:0 иҫәбенә еңеп барыуымы ни... Йыш ҡына ирешелгән һөҙөмтәне нығыта алмауҙары күптән билдәле. Ысынлап та, өсөнсө осор уртаһына иҫәп тигеҙ ине – 4:4. Яҡташтарыбыҙҙың тағы ике шайба индереүенә ҡыуанырға иртәрәк, сөнки был мәлдәрҙә Омск хоккейсылары аҙсылыҡта уйнаны. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта булды – 6:4.
“Салауат Юлаев” менән “Авангард” араһындағы икенсе осрашыу хәл-торошто асыҡлар кеүек. Эйе, асыҡланы, һорауҙарға яуап алдыҡ. Тик... беҙҙең файҙаға түгел. Ҡунаҡтар команда­быҙҙы 7:2 иҫәбенә ҡыйратты! Был юлы инде тәүҙә Омск спортсылары өс гол индерҙе. Бына-бына ҡыуып етербеҙ кеүек ине, әммә бәхет йылмайманы.
Бөгөн инде Омскиҙа көс һына­шыуҙы дауам итәбеҙ. Өфөләге ике матчта командалар икәүһенә бергә 19 шайба индерҙе. Тимәк, һаҡсылар һәм ҡапҡасыларҙың уйынына дәғүә күп. Бигерәк тә юлаевсылар ошо етешһеҙлектән арына алмай. Плей-офта улай уйнарға ярамай. Һығым­талар яһалырмы? Кискеһен күрербеҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡортостан шашкасылары һынатманы

Башҡортостан шашкасылары һынатманы 24.09.2018 // Спорт һәм туризм

Төркиәнең Измир ҡалаһында үткән Халыҡ-ара шашка буйынса Донъя Кубогында Башҡортостан намыҫын...

Тотош уҡырға 33

Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 114

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 192

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 61

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 52

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 43

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 41

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 39

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 83

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 57

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 57

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 45