Өмөт аҙаҡҡаса һүнмәйБыл һанды ҡулығыҙға алғанда хоккейҙа Гагарин кубогы өсөн Көнсығыш конференцияның финалында “Аҡ Барыҫ”ҡа ҡаршы кем уйнағаны билдәле буласаҡ инде. “Салауат Юлаев”мы, “Трактор”мы? Һәр хәлдә, көйәрмәндең өмөтө аҙаҡҡаса һүнмәй.

Кисә кис өфөләр менән силәбеләр араһында хәл иткес етенсе матч уҙҙы. Был ике команда ошо раундта көстәрҙе аллы-артлы тигеҙләп барҙы. Бер уйынды беҙҙекеләр алһа, икенсеһен – силәбеләр. Алтынсы уйында яҡташтарыбыҙ серияға нөктә лә ҡуя ала ине. Әммә көтмәгәндә 1:7 иҫәбенә еңелделәр. Һөҙөмтәлә, һәр ваҡыттағыса, юлаевсылар яҙмышы һуңғы осрашыуҙа хәл ителде.
Йома көндө конференцияның финалы башлана. Көнбайышта иртәгәнән СКА менән ЦСКА командалары көс һынаша.