Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Кәбеҫтә тибәләрҒәҙәттә, ил, донъя кимәлендә саралар яҡынлашһа, төрлө компаниялар шул шау-шыу ярҙамында үҙҙәренең реклама кампанияһын да үткәреп ҡалырға тырыша. Бағыусылар, партнерҙар, шунан китә телевидение каналдарынан маҡтауҙар һәм башҡалары.


Әлбиттә, рекламасыларға, продюсер­ҙарға был мәлдә эштәр арта – нисек тә үҙенсәлекле видеоролик уйлап табырға, уны күрһәтеп, аудитория яуларға кәрәк. Ошо йәһәттән бәғзе берәүҙәр “креативлыҡ” һәләттәрен тамам шаштырып ебәрә. Автомобилдәр ҡапҡаға туп индерә, шәкәрле һыу батырлыҡ көсө бирә... Ярай, кем нимәгә маһир тигәндәй, индерһәләр – индерһендәр, көсләндерһәләр көслән­дерһендәр әйҙә, ә бына ҡайһы бер реклама бөтөнләй мәғәнәһеҙ төҫ ала һымаҡ.
Телевизор ҡараусылар ул рекламаны мотлаҡ күргәндер, шуға (реклама яһап) ниндәй тауар-компания икәнлеген телгә алып тормайым, исеменән бигерәк уның сюжеты: был реклама ролигында туп урынына кинәнеп кәбеҫтә тибәләр, башҡа йәшелсә-емештәр ҙә уйын сараһына әйләнеп китә.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, бындай күренештәрҙе күҙәтеүе үкенесле. Инде килеп ризыҡтан (емеш-йәшелсәнән) көлә башланылар. Уйлай китһәң, кемгә – туп, кемгә – аҙыҡ, ризыҡтан ғына түгел, шул ризыҡҡа тилмереп ултырыусыларҙан да көлөү түгелме икән?!
“...Таң алдынан ғына башына кереп оялаған уйҙы тормошҡа ашырмаҡсы ул: нисек тә ауыл осонда урынлашҡан мөгә­зәйгә барырға ла берәй үлгән кешенең тән ағзаһын киҫеп алып ҡайтырға... Башҡа сара ҡалмайынса, тик ошо аҙым ғына уларҙы аслыҡтан ҡотҡарасаҡ”, — тигән юлдар бар Рәлис Ураҙғоловтың “Аслыҡ” романында. Эх, ошо әҫәрҙең эстәлеге менән та­ныштыр ине лә бит “креативтарҙы”. Эйе, ниндәй һынау килтерә аслыҡ үткән быуат башында. Тәғәм ризыҡҡа тилмергән әҙәм балалары баш китерлек енәйәт ҡыла. Хәйер, йән һаҡлап ҡалыуҙы енәйәт тип тә...
Әҙәби әҫәрҙәгесә, тормошта ла кешеләр ундай күренештәрҙән азат булмаған. Өләсәй мәрхүмдең әсәйемә һөйләп ҡалдырған ике ваҡиғаһы иҫкә төшә ошо урында. Беренсеһе буйынса, өләсәйҙәр менән күрше йәшәгән ғаиләлә бер көн тулы кәүҙәле улдары юғала. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ғаилә башлығы, кескәй балаларының ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн шул өлкән улының кәүҙәһен телгеләп, һандыҡҡа тултырып ҡуйған.
Икенсе осраҡҡа килгәндә, ошондай һынаулы йылдарҙа бер мәл кескәй ҡыҙ (өләсәй) аталары менән Стәрлегә бара. Фатирға төшөргә тип бер өйгә инәләр. Хужа шул тиклем ихлас ҡаршы ала һәм ҡунып сығырға ҡыҫтай башлай. Тик юлсыларҙың береһе иҙәндә ҡанға мансылған сепрәк күреп ҡала. Бәхеттәренә күрә, сығып китәләр. Икенсе берәүҙәргә фатирға төшкәс, был йорт хужаһы тәүге өйгә инеүселәрҙе йыш күреүен, ә бына унан кире сығыусыларҙы осратмауын һөйләй. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, ти халыҡ.
Үткән быуат башында ғына түгел, уның аҙағында ла һынауҙар булманы түгел. Быныһын үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ! Һөт-ҡаймаҡты аҙыҡ-түлеккә алмаштырып, баҡсаһындағы бәрәңгеһен ашап булһа ла йәшәне ауыл халҡы. Уның ҡарауы хаҡтар нисек ине! Ә бына ҡулдарына ҡыштырҙап торған аҡса урынына эш хаҡы иҫәбенә бер туҡтауһыҙ порошок, кер йыуыу машинаһы, бүрек, быяла алыусылар нисек көн күрҙе һуң? Хәйер, уларҙың да балкондарында тауыҡтар йомортҡа һалды, баҡсалар ҡотҡарҙы. Тауыҡтар ғынамы ни, һөт биреүсе кәзәләр өсөн дә торлаҡҡа әйләнгәйне бит балкондар.
Әлбиттә, бөгөн дә бер һыныҡ икмәккә, бер йотом таҙа һыуға тилмереү­селәр етерлек донъяла. Рәсми мәғлүмәт­тәргә таянғанда, аслыҡтан интегеүселәр һаны – 1 миллиард! Кемдер минераль һыу менән ҡул йыуған мәлдә таҙа һәм эсергә хәүефһеҙ булған һыуға интегеүсе­ләр һаны унан да күберәк. Ошолар хаҡында ла уйланһын ине рекламасылар.
Эйе, ҡәҙере китте ризыҡтың, бәҫе төштө (ГМО ҡушып, уны етештереү бер ни тормағандай шул): Европала йылына 100 миллион тонна аҙыҡ сүпкә ырғытыла, мәҫәлән. Тик сит илдәрҙән үҙебеҙҙең йәшәйешкә әйләнеп ҡайтайыҡ әле: сүп контейнерҙарына сығарып быраҡтырған ризыҡтарҙы әйтәм. Рекламалағы кәбеҫтә тибеүселәр күренә, ә бына биҙрәләр менән ырғытылған икмәк киҫәктәре һәм башҡалар һиҙелмәй шул. Ҡыҫҡаһы, бөтәбеҙ ҙә шул кәбеҫтә тибеүселәр һымаҡ инде...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 92

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 81

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 50

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 41

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 38

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 37

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 34

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 71

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 52

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 51

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 43

“Толпар” алға елә

“Толпар” алға елә 11.09.2018 // Спорт һәм туризм

Республиканың “Толпар” йәштәр хоккей клубы миҙгелде уңышлы башланы. Тренер Алик Гәрәевтең...

Тотош уҡырға 56