Егеттәр түгел икән, ҡыҙҙар булдыра!

25-04-2018, 00:06 // Спорт һәм туризм, Анонстар // Баҫып сығарырға
Егеттәр түгел икән, ҡыҙҙар булдыра!Хоккей тиһәк, республикабыҙҙағы “Салауат Юлаев” ир-егеттәр командаһын ғына күҙ алдына килтерәбеҙ. Ул еңелһә, көйәрмәндәргә донъя түңкәрелгәндәй тойола. Ә бит был клуб системаһы составында “Толпар” йәштәр, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар-үҫмерҙәр командалары ла бар. Ошо көндәрҙә тап гүзәл заттарыбыҙ беҙгә оло ҡыуаныс бүләк итте. Улар тәүге тапҡыр ил чемпионатының алтын миҙалын яуланы!

Ә бит уйлап ҡараһаң, “Ағиҙел”дең яҙмышы күпкә ҡыҙыҡлыраҡ, фәһем­лерәк. Аяныслыраҡ тиергә лә мөмкин. Бөгөнгө уңышына ул хурлыҡлы еңелеүҙәр, күҙ йәштәре аша килде. Әйҙәгеҙ, тарихҡа күҙ һалайыҡ.
Рәсәйҙә Континенталь хоккей лигаһынан һуң Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһын төҙөү зарурлығы тыуғас, 2010 йылда илдең Хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк Баш­ҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән һөйләшеп, республикала яңы команда булдырырға килештеләр. Августа тыуған коллектив 23 сентябрҙә үк беренсе хоккей миҙгеленә аяҡ баҫты.
Аяҡ баҫты ла... абынды. Түбәнге Новгородтың СКИФ командаһынан 0:26 иҫәбенә ҡыйратылды! 2010/11 йылғы чемпионатта беҙҙең ҡыҙҙар 30 уйын уҙғарып, берәүһендә лә ота, йәғни бер мәрәй ҙә йыя алманы! 22 шайба индереп, үҙҙәренең ҡапҡаһына 228-ҙе үткәрттеләр! Һөҙөмтәлә һуңғы урында ҡалдылар.
Бындай уңышһыҙлыҡтан һуң хатта ир-аттың күңеле төшөр, ҡулы күтәрел­мәҫ ине. Тик беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙары­быҙҙыҡы түгел. Киләһе йылына улар ил беренселегенең бронза призеры булды! Улай ғынамы, йәнә өс йыл рәттән ошо 3-сө урынды яуланылар.
Хәҙер инде оҫталыҡ та килде, маҡсаттар ҙа ҙурыраҡҡа әйләнде. Чемпионлыҡҡа ла үрелеп булалыр... Тырышҡан табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, ти халыҡ мәҡәле. Тормошта һомғол буйлы матур ҡыҙҙар, боҙға сыҡһа, бөтөнләй башҡаға әйләнде. Һәм тағы ла бейегерәк үр яуланды: 2015/16 һәм 2016/17 йылдарҙағы хоккей миҙгел­дәрендә уйын­сыларыбыҙ Рәсәйҙең көмөш призеры булды!
Егеттәр түгел икән, ҡыҙҙар булдыра!Ниһайәт, беренсе тапҡыр Өфө боҙона аяҡ баҫҡанға һигеҙ йыл үткәс, көттөрөп кенә оло еңеү килде. Яҡташтарыбыҙҙың быйылғы статистика күрһәткестәренә күҙ һалһаң, элекке “Ағиҙел”де танымаҫ­һың да. 21 еңеү яуланған, өс кенә тап­ҡыр отолоуға дусар булынған, дәғүәсе ҡапҡаһына 105 шайба индерелгән... Плей-офта бер генә тапҡыр ҙа уңышһыҙ­лыҡҡа осраманылар. Финалда иһә Мәскәү өлкәһенең Дмитров ҡалаһынан “Торнадо” командаһын өс матчта – 2:0, 3:2, 4:1 иҫәптәренә – ҡыйраттылар.
Шуныһы күңелде ҡыра: “Ағиҙел”дең составында ике генә Өфө уйынсыһы бар. Сит илдән –Ҡаҙағстан, Словакия, Венгриянан – өсәүҙәр. Уның ҡарауы, баш тренерыбыҙ – үҙебеҙҙең “Салауат Юлаев” клубы тәрбиәләнеүсеһе. Ике йыл инде беҙҙең ҡыҙҙарҙы күнектергән Денис Афиногеновтың юлаевсылар сафында уйнағанын, 1997 йылда донъя чемпионатында ҡатнашҡанын, 2004 йылда Омскиҙың “Авангард”ы менән ил чемпионы булғанын хоккей һөйөүселәр иҫләйҙер.
Бына шундай батыр ҡатын-ҡыҙҙар һәм илһөйәр ир-егеттәр килтерҙе Башҡортостанға был тарихи еңеүҙе. Әйткәндәй, Дмитров ҡалаһындағы финал матчынан һуң командабыҙҙы беренселәрҙән булып телефон аша республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡотланы.