Дауаһы ла, ялы лаТуризм тармағын үҫтереү, бер ҡараһаң, иң еңел юлдарҙың береһе кеүек: тәбиғәт иҫ киткес гүзәл төбәктәрен дә, шифалы сығанаҡтарын да йөҙҙәрсә мең йыл элек әҙерләп ҡуйған. Әммә йәмғиәт өсөн ҙур табыш вәғәҙә иткән был өлкә беҙҙә һаман донъя кимәлендә үҫешеп китә алмай әле. Туризм Рәсәйҙең тулайым эске продуктында фәҡәт 1,5 процент ҡына тәшкил итә. Башҡортостан был йәһәттән илдә алдынғылар исемлегендә, әммә тармаҡта проблемалар юҡ түгел һәм, заман уҙған һайын, улар ҡатмарлана ғына барасаҡ...

Күптән түгел Рәсәйҙәге “Tvil.ru” агентлығы хәбәр итеүенсә, “Яҡтыкүл” шифаханаһы быйылғы йәйге ял өсөн иң популяр 10 курорт исемлегенә ингән. Рейтинг 2018 йылдың 1 июненән 31 авгусына ҡәҙәр йәшәү өсөн ҡунаҡ­ханалар, фатирҙар һәм йорттар бронләү һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән (Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттар инмәй). Исемлектә беҙҙең шифахананан алда тороусылар – Ставрополь крайындағы Кисловодск һәм Пятигорск, Ырымбур өлкәһендәге Соль-Илецк, Рос­тов өлкәһендәге Таганрог, Тверь өлкәһендә Селигер күле буйындағы Осташков, Калининград өлкәһендәге Зеленоградск курорты.
Башҡортостандың шифаханалар буйынса эшмәкәрлеге республиканан ситтә лә әүҙем бара. Мәҫәлән, беҙҙең төбәк ойошмалары көсө менән Ҡырымдағы Евпаториялағы “Юбилей” балалар шифаханаһын яңыртып ҡороу эштәре башланды. Уны быйыл тамамлау күҙаллана, артабан унда халыҡ ял итергә, был республикаға табыш килтерергә тейеш. “Башҡортостан шифахананы тулыһынса модернизация­ларға ниәтләй”, — тип билдәләйҙәр ошо дауалау учреждениеһында.
— Ғорурланырлыҡ та шул. Яҡшы һөҙөмтәләребеҙ бар. Әммә, дөйөм алғанда, был система “аҡһай” башланы, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә уҙған III Медицина форумында. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә шифахана-курорт комплексын көйләгән орган юҡ. Асылда иһә тиҙ арала йыйылған проблемаларҙы тикшереп, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү менән шөғөлләнергә ниәтләйбеҙ.
Төбәгебеҙҙәге шифахана-курорт тармағы эшен ойоштороуға яңы алымдар әҙерләнәсәк, шулай уҡ шифахана комплексы эшен көйләгән, уның менән идара иткән структура барлыҡҡа киләсәк. Республика Башлығы һүҙҙә­ренсә, “беҙҙең шифаханалар ХХ быуатта туҡталып ҡалған”. Дауаланыуҙан тыш, пациенттарға барыр урын һәм шөғөлләнер нәмә юҡ. Күңел асыу индустрияһы ойошторолмаған, инфраструктура үҫешмәгән.
— Башҡортостан шифаханалары һоҡланып туймаҫлыҡ тәбиғәт мөйөш­тәрендә урынлашҡан. Бер яҡтан, был бик һәйбәт, әммә хәҙерге заманда ул ғына етмәй, сөнки дауалау процедураларынан һуң ял итеүселәр бер нимә менән шөғөлләнә алмай. Туризм, велосипедтар, йәйәүлеләр маршруттары етмәй, бәлки, балыҡ тотоу ҙа, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ҡайһы бер шифаханаларҙа иҡтисади һәм финанс күрһәткестәренең кәмеүен күрәбеҙ. Ҡышҡыһын, ҡыҙыу миҙгелдән тыш ваҡытта был шифаханалар яртылаш буш тора. Кешеләргә бер ял төрөн дә тәҡдим итеп булмай.
Республика етәксеһе Алтай крайын миҫалға килтерҙе. Унда шифахана­ларға идара иткән берҙәм корпорация, заманса инфраструктура булдырылған.
— Беҙҙә ул юҡ, сөнки һәр кем үҙе өсөн. Һәр ҡайһыһы бәләкәй “ҡәлғә” төҙөгән, уларҙы “илбаҫарҙарҙан” ғына түгел, ә идеологик тәьҫирҙән яҡлай. Бикләнә лә үҙ “һутында” бешә. Беҙ был “ҡәлғәләрҙе” емерәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шифахана-курорт дауалауы системаһының яңы образын булдырасаҡбыҙ. Яңы иҡтисади һөҙөмтә булыр, тип ышанам. Иң мөһиме – республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең юллама һатып алыу мөмкинлеге булһын ине. Бөгөн путёвкалар бик ҡиммәт. Шифаханаларыбыҙҙа ял итеүселәрҙең яртыһынан күбеһе – сиктәш төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар. Башҡортостан Республикаһы халҡы шифаханаларҙа аҙ, был бик насар.
Шифахана-курорт системаһының буласаҡ операторы әлегә билдәлән­мәгән. Бөгөн шифаханалар – дәүләт мөлкәте. Яҡын киләсәктә иһә уларға идара иткән корпорация йәки компания булдырырға ниәтләйҙәр.