Алпамыша менән осраштым

13-06-2018, 00:03 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Алпамыша менән осраштым8 – 10 июндә Өфөлә волейбол буйынса “Милләттәр лигаһы”ның сираттағы матчтары уҙҙы. Унда Рәсәй, Бразилия, Ҡытай, Иран йыйылма командалары көс һынашты. Әйткәндәй, рәсәйҙәр составында өфөләр Илья Власов менән Алексей Кабешев та бар ине.

Турнир “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексында ойошторолдо. Эйе, башлыса хоккей командалары төйәк иткән урын, кәрәкһә, башҡа уйын төрҙәре ярыштарын да ҡабул итә ала. Элегерәк бында шул уҡ волейбол, йәнә баскетбол матчтары үткәрелгәне бар.
Әгәр ете йыл элек Рәсәй – Япония осрашыуын ике көн эсендә 10 мең кеше ҡараһа, был юлы аренаға өс көндә 25489 көйәрмән килде. Айырыуса командабыҙ бразил спортсылары менән көс һынашҡан тәүге көндә халыҡ күп булды – 8060 кеше. Әйтерһең дә, плей-офф ваҡытында “Салауат Юлаев” хоккей клубы уйнай!
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бразилиянан 1:3 иҫәбенә отолдоҡ. Уның ҡарауы, иртәгәһенә ҡытайҙарҙы өс партияла еңдек (3:0).
...Һәм бына Рәсәй – Иран матчы. Ғаиләбеҙ менән трибунанан урын алабыҙ. Яратҡан уйынсым данлыҡлы олимпия чемпионы Дмитрий Мусэрскийҙы күрергә килгәйнем. Уны берәү менән дә бутап булмай – ана, иң оҙоно булып йөрөй. Иҫ китерлек алпамыша – буйы 219 сантиметр! Өмөттәр аҡланды, ул һөжүм иткәндә туп ҡот осмалы тиҙлек менән осто. Иң күп мәрәйҙе лә – 24 – Дмитрий йыйҙы. Беренсе партияла отолһаҡ та, артабан уңыш беҙгә йылмайҙы – 3:1!
15 – 17 июндә иһә Рәсәй командаһы Германиялағы сираттағы турҙа япондар, аргентиндар һәм хужалар менән сәкәләшә. Әлегә беҙҙекеләр турнир таблицаһында 19 мәрәй менән дүртенсе урында килә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, финал уйындарында ҡатнашыр өсөн иң яҡшы алтау иҫәбенә инер кәрәк.



Резенде БРУНО, Бразилия командаһы капитаны:
– Шәп арена! Ул ошондай матчтар үткәреү өсөн төҙөлгән тиерһең. Бында көйәрмәндәргә лә, беҙгә лә уңайлы.
Александр ЯРЕМЕНКО, Бөтә Рәсәй волейбол федерацияһының генераль секретары:
– Уйын залы һоҡланғыс. Бик матур итеп биҙәлгән. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерге килә, сөнки боҙ һарайында волейбол матчы уҙғарыуы еңел эш түгел.