Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәп башланды. Нисек тамамланыр?
Шәп башланды. Нисек тамамланыр?14 июндән 15 июлгәсә Рәсәйҙә оло спорт сараһы – Футбол буйынса донъя чемпионаты бара. 32 команда тәүҙә үҙ төркөмдәрендә, һуңынан һәр береһенән икешәр иң яҡшыһы плей-офта еңеүсене билдәләйәсәк. Беҙҙең ил уйынсылары, хужалар булараҡ, был турнирға туранан-тура эләкте.

Рәсәй спортсылары уйнаған А төр­көмөндә йәнә Сәғүд Ғәрәбстаны, Египет, Уругвай вәкилдәре бар. Тәүге матчтар уҙҙы ла инде. Шуныһы һөйөнөслө: ватандаштарыбыҙ иң беренсе дәғүәсене – ғәрәптәрҙе – 5:0 иҫәбенә ҡыйратты. Әммә шатланырға иртәрәк. Беҙ һәйбәт башлаһаҡ та, аҙағы насар тамамлана торған. Бөгөн Египетҡа ҡаршы икенсе уйын барыһын да күрһәтер...
Йыйылма команда тураһында ни әйтергә була? Коллектив яңы. Беҙ күреп өйрәнгәндәрҙән элек ҙур ярыштарҙа ҡатнашҡан Игорь Акинфеев, Сергей Игнашевич, Юрий Жирков, Алан Дзагоевты телгә алырға мөмкин. Әйткән­дәй, Алан тәүге матчта уҡ етди йәрәхәт алырға өлгөрҙө. Артабан уйнармы-юҡмы икәне билдәһеҙ. Һуңғы йылдарҙа мөһим турнирҙарҙа уны ошондай бәлә һағалап ҡына тора. Командала бразил милләтле уйынсыбыҙ ҙа бар – Марио Фернандес. Ул – хәҙер Рәсәй гражданы. Тағы бер иғтибар талап иткән футболсы – ил беренселегендә тотороҡло ғына уйнамаған Артем Дзюба. Шулай ҙа был ҡырыҫ холоҡло һөжүм итеүсе бик кәрәк. Ундай эре кәүҙәле форвард дәғүәсе ҡапҡаһы алдындағы көс һынашыуҙарҙа алмаштырғыһыҙ.
...Египеттың һөжүм итеүсеһе Мөхәмәт Сәләхте тыйып торорлоҡ көс табылырмы? Беҙҙекеләрҙең бығаса булған хаталары кәмерме? Александр Головин, Криштиану Роналдо кеүек, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә йөкмәй алырмы? Бөгөн кис ошо һорауҙарға яуап табырбыҙ.
Әлегә сенсация булырлыҡ яңылыҡ­тарҙан – Португалия лидерының яңғы­ҙының тиерлек испандарға бирешмәүе (3:3), немецтарҙың мексикандарҙан еңелеүе (0:1), бразилдарҙың швейцарҙар менән тигеҙ иҫәпкә уйнауы (1:1).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Беҙҙе онотмағандар әле!

Беҙҙе онотмағандар әле! 21.09.2018 // Спорт һәм туризм

Ҡырғыҙҙар һәр фекер алышыуҙа башҡорттарҙың аҡылына таянды. Донъяның 74 иленән 1900 спортсы ҡатнашты...

Тотош уҡырға 103

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы

Байрас туғандарын ҡыуандырҙы 20.09.2018 // Спорт һәм туризм

Кисә Йәштәр хоккей лигаһында бығаса еңелеү белмәгән Өфөнөң “Толпар”ы үҙ боҙонда отолдо. Ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 86

“Себер” йәл, әммә...

“Себер” йәл, әммә... 19.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” хоккей командаһы үҙ боҙонда сираттағы матчын уҙғарҙы. Был юлы ҡунаҡҡа...

Тотош уҡырға 58

Һәр кемгә аралашыу мөһим

Һәр кемгә аралашыу мөһим 18.09.2018 // Спорт һәм туризм

Туймазы районының Серафимовка ауылындағы аҡыл йәһәтенән кәмселектәре булған балалар өсөн...

Тотош уҡырға 49

Ялда йөрәккә ял булманы

Ялда йөрәккә ял булманы 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Көйәрмәндәр уҙған ял көндәрен көтөп алды. Шулай булмай, “Салауат Юлаев” йомала – Татарстандың “Аҡ...

Тотош уҡырға 42

Учалыла - һаулыҡ көнө

Учалыла - һаулыҡ көнө 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

15 сентябрь Учалыла Һаулыҡ көнө тип иғлан ителде, уның сиктәрендә “Милләттәр кросы-2018” уҙғарылды....

Тотош уҡырға 40

Күл тирәләй йүгереп...

Күл тирәләй йүгереп... 17.09.2018 // Спорт һәм туризм

Шәмбе көндө Рәсәй юлдарынан йүгеректәр төркөмө ағылды. Улар “Милләттәр кросы”нда ҡатнашыусылар ине....

Тотош уҡырға 37

“Ҡурай” күрһәтә:  башҡортса хоккей!

“Ҡурай” күрһәтә: башҡортса хоккей! 14.09.2018 // Спорт һәм туризм

“Салауат Юлаев” уйындары телевидениенан милли телдә тапшырыла Быйыл 2 сентябрҙә башҡорт...

Тотош уҡырға 79

Октябрьскиҙар һынатмай

Октябрьскиҙар һынатмай 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Октябрьский ҡалаһында спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға ҙур иғтибар бирелә....

Тотош уҡырға 55

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны...

“Торпедо” Өфөлә туҡтаны... 13.09.2018 // Спорт һәм туризм

Юлаевсыларҙың көйәрмәнде уттан алып һыуға һалмайынса күңелдәре булмай. Был юлы ла Түбәнге...

Тотош уҡырға 53

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине”

“Ун йыл элек беҙҙе бер кем дә белмәй ине” 12.09.2018 // Спорт һәм туризм

Баш ҡаланың “Өфө” футбол клубы уңыштары сит илдә төбәгебеҙҙе ныҡлап танытыуға килтерә. Уларҙың киң...

Тотош уҡырға 44

“Толпар” алға елә

“Толпар” алға елә 11.09.2018 // Спорт һәм туризм

Республиканың “Толпар” йәштәр хоккей клубы миҙгелде уңышлы башланы. Тренер Алик Гәрәевтең...

Тотош уҡырға 62