Баш осонда ҡояш балҡыр әле,
Мөғжизәгә килә ышанғы...
Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһының Донъя чемпионатындағы һуңғы сығышынан һуң ошо йыр һүҙҙәре иҫкә төштө. Ватандаштарыбыҙ сираттағы матчта еңелгәндән һуң, тәүгә күңелдә өмөтһөҙлөк хисе тыуманы. Ҡәнәғәтһеҙлек, үкенес тойғолары булды, әммә был төңөлөү түгел ине.


Шәмбе көнөн илдәге һәр футбол көйәрмәне түҙемһеҙләнеп көттө. Шулай булмай, сирекфиналда беҙҙең уйынсылар хорваттар менән осраша бит. Уларҙы еңһәкме... Ул саҡта, уйлауы ла ҡурҡыта, ярымфиналға сығабыҙ бит! Унда ошо уйынға нигеҙ һалған инглиздәр беҙҙе көтөп тә тора!
Их, хыялдар, хыялдар... Уларҙың гел генә тормошҡа ашмауы менән дә ҡиммәт был ғүмер. Уйлағаның гел генә алдыңа килеп торһа, йәшәү ҙә йәмен юғалтыр, артабан ынтылыр бейеклектәр, күтәрелер үрҙәр ҡалмаҫ ине...
Был юлы ла шулай булды. Әлбиттә, беҙҙең Денис Черышев иҫәпте асҡас, айырыуса ҡыуаныс кисергәйнек. Ләкин тиҙҙән хорваттар уны тигеҙләне, ә өҫтәмә таймда хатта алға сыҡты. Уйын аҙағынаса биш минут ваҡыт ҡалды, еңеләбеҙме ни? Бына һуңғы мөмкинлек тиерлек – Алан Дзагоев штраф тубы тибә. Туп ҡапҡа майҙансығына осоп килә. Һаҡсыбыҙ Марио Фернандес барыһынан бейегерәк һикерә лә... Го-о-ол! 2:2! Сочи стадионы һөйөнөс ауаздарына күмелә...
Моғайын, бынан һуң беҙ отолмаҫбыҙ. Юҡҡа бирелмәгәндер бит был мөмкинлек? Еңеүсене асыҡлар өсөн матч аҙағынан пенальти тибергә тура килә. Их, Марио... Федор Смоловтың хаталаныуы етмәгән, миллиондарса кешегә өмөт бүләк иткән һин үҙең дә яңылыштың...
Пенальти буйынса 3:4 иҫәбенә еңелдек. Артабан турнирҙа Хорватия ҡала. Шулай ҙа командабыҙ уйыны, еңеүгә ынтылышы менән барлыҡ көйәрмәндәрҙең һөйөүен яуланы. Ә спортта бынан да мөһимерәк нимә бар һуң?..