Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ил таны ...

10-08-2018, 00:03 // Спорт һәм туризм // Баҫып сығарырға
Атың барҙа юл таны, аҡылың барҙа ил таны ...Чех ғалимы Владимир Годбодь менән уның ҡатыны, яҡташыбыҙ журналист Миләүшәнең (уҡыусыларыбыҙ уны гәзиттең иң әүҙем авторҙарының береһе булараҡ та белә) Европа илдәре һәм Рәсәй буйлап оҙон-оҙон юлдар үткәндән һуң, беҙҙең редакцияға килеп, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуы матур йолаға әйләнеп китте. Был юлы ла улар Матбуғат йортона инеп сығырға онотманы, йөҙҙәре ҡояшта янған, 17 көн рәттән автомобилдә килһәләр ҙә, сырайҙарында һис ниндәй арыу-талыу сағылмай...

– Володя, етмешкә яҡынлап килһәң дә, шул хәтлем ваҡыт рулдә ултыра алыуың һау­лығыңдың ныҡлығына һоҡ­ланыу тыуҙырмай ҡалмай.
– Әлегә йөрөй алам, ләкин был сәйәхәттә ниңәлер аяҡ ауыртыуын һиҙә башланым, бына бит – әҙерәк аҡһабыраҡ та атлайым, шуға күрә лә күберәк сәйәхәт итеп ҡалырға тырышабыҙ Миләүшә менән. Олоғайғас, ундай мөмкинлек бик булмаҫ, бәлки.
– Сәйәхәтте һеҙ Балтик буйы республикаларынан башлаған­һығыҙ икән... Ә Чехиянан ҡасан сығып киткәйнегеҙ, ни өсөн Балтика илдәре ҡыҙыҡһын­дырҙы?
– Чехиялағы Брно ҡалаһынан 8 июлдә ҡуҙғалғайныҡ, артабан Польшаны көньяғынан төньяҡ сигенәсә үттек һәм Литва, Латвия аша сығып, Эстонияға килдек. Ни өсөн ошо дәүләттә оҙағыраҡ туҡталдыҡмы? Беренсенән, был илдәрҙең тәүге икәүһендә бер нисә йыл элегерәк булғайныҡ инде. Икенсенән, ҡатыным Миләүшә Палдиски ҡалаһында баш­ҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың музейын, һөргөндә булған урындарын ҡарарға күптән хыяллана ине. Музей бик оҡшаны. Балтик буйы илдәрен мин рәсәйҙәрҙе ярат­маған, һеҙҙең ил тормошонан нисек тә булһа кер эҙләп табырға ынтылған халыҡ тип белә инем, ләкин Салауат Юлаев музейына ҡарата ихтирам ҙур икәнлеген күрмәү мөмкин түгел. Каникул осоро булһа ла, беҙҙең үтенес буйынса музей урынлашҡан мәктәпте лә шунда уҡ астылар. Бел­мәйем, бәлки, Салауат етәкселеген­дәге ихтилал ул саҡтағы Рәсәй империяһына ҡаршы баш күтәргәнгәлер...
Шуныһына иғтибар иттем: яңы йорттар, кран эшләп ултырған төҙөлөштәр бөтөнләй күҙгә салынманы. Юлдарын хурларлыҡ түгел, Көнбайыш Европа кимә­лендә. Халҡының йәшәү кимәлен дә насар тип булмай, ләкин, элекке совет осоро менән сағыш­тырғанда, әллә ни ҙур алға китеш юҡ һымаҡ күренде. Эстонияның баш ҡалаһы Таллиннда ла яңы объекттар күренмәне, тик элек һалынған боронғо биналар ғына. Порт матур тәьҫир ҡалдырҙы, Чехияла порттар юҡ бит, шуға мин портлы илдә уға иғтибар итмәй уҙмайым. Тик караптарҙы фотоға төшөрөп булмай, хатта еңелсә генә томан да кадрҙы боҙа.
– Төньяҡ баш ҡалабыҙҙа ла булғанһығыҙ икән, ул ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы күңе­легеҙҙә?
– Санкт-Петербург бик оҡша­ны, күптән унда булырға ниәтләй инек. Ундағы архитектура Рәсәйҙәге бер ҡаланыҡына ла оҡшамаған. Шуғалар ҙа инде туристар бик күп. Улар араһында ни өсөндөр ҡытайҙар йышыраҡ осрай. Тик музейҙарҙа булғанда ғәжәп иттем: инеү өсөн билетҡа 1 500 һум түләтәләр, ә кви­танцияһында 500 һум тип кенә күрһәтелгән. Тимәк, контроль юҡ, ниндәйҙер йылғырҙар туристар иҫәбенә байып ҡалырға ынтыла.
Мәскәү яны ҡалаларында элек тә булғаныбыҙ бар ине, был юлы баш ҡаланан төньяҡта ятҡан урындарҙан үттек. Сергиев Посад, мәҫәлән, үҙенсәлекле архитектураһы менән әсир итә. Ҡала ла, уртаһында ятҡан ҡәлғә лә бик таҙа, даими йыйыштырып торғандары күренә, тирә-яғында сауҙа һәйбәт ойошторолған – эреле-ваҡлы кибеттәрҙең иҫә­бенә сығырлыҡ түгел. Был тирәнән, әйткәнемсә, ике йыл элегерәк үткәйнек, ул осор менән сағыштырғанда, юлдар, төрлө хеҙмәтләндереү урындары яҡшырған.
– Польшаны үтеп кенә киттек, тинегеҙ. Ә был илдә ни өсөн туҡтап торманығыҙ?
– Ул дәүләт мине бөтөнләй ҡыҙыҡһын­дырмай. Ни өсөн икә­нен дә аңлата алмамдыр. Тарихи йәки архитектура ҡомартҡылары тураһында мәғлүмәттең күҙгә салынмауы, шуға ла ҡыҙыҡһыныу тыумауы сәбәпселер, бәлки. Польша беҙгә күрше генә ил бит, унда беҙ һуңыраҡ – ҡартайғас, Рәсәй киңлектәре буйлап йөрөргә хәл ҡалмағас – иркенләп барырбыҙ, моғайын.
– Владимир, һеҙ юлға сығыр алдынан ниндәйҙер әҙерлек алып бараһығыҙҙыр, моға­йын? Мин финанс мәсьәләһен генә әйтмәйем, мәҫәлән, нин­дәй маршрут һайлау, ҡайҙағы ҡомартҡылар менән танышыу, Өфөгә һәм Миләүшә ханым­дың тыуған ере Ишембайға сәфәр ҡылыу...
– Әлбиттә, мин хатта төрлө сығанаҡтан беҙ ҡарарға йы­йынған ҡомартҡыларҙың тарихын да өйрәнәм. Сәйәхәткә сығыр алдынан карталар туплайым. Белемем буйынса юрист һәм һөнәрем буйынса адвокат булһам да, тарих менән йәш саҡтан уҡ ҡыҙыҡһынам.
“Land Rover Defender” автомобилен дә мин, башлыса, Рәсәйгә сәйәхәт өсөн алғайным. Ул – юлһыҙ урындарҙан да еңел үтеү өсөн ҡулайлаштырылған машина. Уңайлыҡ өсөн түгел, ә эштә ҡулланыу маҡсатында. Һеҙҙәге элекке “УАЗик” кеүек инде. Ни өсөн шундай автомобиль алдыммы? Рәсәйҙе беҙҙә юлдары бик насар йәки бөтөнләй булмаған ил итеп күрһәтергә тырышалар. Ә бында килгәс, ошо мәғлүмәттең уйҙырма икәненә тулыһынса ышандым – һәр ерҙә шыма асфальт юлдар. Был машинаны һатырға ла уйлағайным, ләкин хәҙер йәл кеүек, өйрәнгәнмен уға. 2004 йылғы машина йөҙ километрға 11 литр бензин “ашай”. Беҙҙең Брно ҡалаһынан Өфөгә саҡлы 4 мең ярым километр үткәнебеҙҙе иҫәпкә алһаҡ, тимәк, 500 литр бензин киткән булып сыға. Әйткәндәй, бензинға хаҡ байтаҡҡа күтәрелгән икән.
– Чехияла Рәсәй менән ҡыҙыҡһыныу ниндәй кимәлдә тип әйтергә мөмкин? Һеҙгә беҙҙең илдәге хәл-ваҡиғалар менән танышып барыу форсаты ҡаламы?
– Мин үҙебеҙҙең илдә күптән инде бер үҙенсәлекте күҙәтәм: Рәсәйҙә берәй насар ваҡиға булһа, һәр телевизион канал йәки матбуғат сараһы был турала ҡабат-ҡабат хәбәр итеүҙе үҙенең төп бурысы итеп һанаған кеүек тойола. Ә башҡа ваҡытта һеҙҙең ил хаҡында ләм-мим. Чехия президенты Милош Земанды һайлау алды кампанияһы осоронда Рәсәй менән дуҫлашыу яҡлы булған өсөн ҡаты тәнҡитләп маташтылар. Сәйәсмәндәр ҙә, журналистар ҙа. Ләкин ул тап ошондай тәнҡит тулҡындарында власҡа килде лә инде! Тимәк, халыҡты алдап булмай.
Тормоштоң күп яҡтары һәр илдә лә оҡшаштыр, тип уйлайым, сөнки аралашыу ҙа бик әүҙем бара бит. “Күләгәләге” иҡтисад, әйтәйек, беҙҙә лә бар. Чехиялағы ҡайһы бер музейҙарға ингәндә, ҡулаҡса тоттораһың, ә квитанция бирмәйҙәр – тимәк, был аҡса рәсми иҫәпкә алынмай. Шулай ҙа һалым түләмәй эшләп йөрөгәндәр беҙҙә Рәсәйгә ҡарағанда аҙыраҡтыр. Йән башына иҫәпләгәндә, әлбиттә. Белеүемсә һәм бында килгәс тә күреүемсә, Рәсәйҙә пенсия йәшен оҙайтыуҙың маҡсатҡа ярашлы булыу-булмауы тураһында ҡыҙыу бәхәс бара. Ә беҙҙең илдә 1990 йылда уҡ ирҙәрҙең пенсияға сығыу мәлен 65 йәшкәсә, ә ҡатындарҙыҡын 58-гәсә оҙайттылар. Тик ул бер юлы түгел, ә аҡрынлап күтәрелә барҙы. Мин үҙем, мәҫәлән, 1951 йылда тыуған кеше булараҡ, пенсияға 62 йәш тә 8 айҙа сыҡтым. Ҡатын-ҡыҙҙың пенсияға сығыу осоро һәр тыуҙырған бала өсөн берәр йылға кәметелә.
Ваҡиғалар менән танышып барыу, тигәндәй, ул төрлө һөнәр йәки быуын кешеләрендә төрлөсә булалыр инде. Футбол буйынса Рәсәйҙә уҙғарылған донъя чемпионатын, мәҫәлән, даими ҡарап барҙым. Дөрөҫ, мин үҙем интернетта ултырырға яратмайым, ҡатыным Миләүшәнең компьютерын файҙаланырға тура килде. Ә үҙ компьютерымды эш буйынса материалдар әҙерләү өсөн генә ҡулланам.